Беҙ – бергә!15.08.2014
Башҡортостанда Украина ҡасаҡтарына ярҙам күрһәтеү буйынса смс-акция башланды. Бының өсөн кеҫә телефонынан 3443 һанына «Мы вместе» тигән код һүҙҙәрен ебәрергә кәрәк. Бер смс-хәбәрҙең хаҡы – 50 һум, тинеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамды шулай уҡ берҙәм иҫәп аша ла күрһәтергә мөмкин.

Түләүҙең исеме – Украинаны ташларға мәжбүр бул­ған­дарға һәм Башҡортостан биләмәһенә күсеп килгәндәргә ярҙам. Ҡасаҡтарға аҡса күсерергә теләүселәр республика­лағы банктарҙың һәр берендә ошо квитанцияны баҫтыра һәм түләй ала.
Был иҫәпкә һәм 3443 смс-һанына аҡса 13 августа республика Хөкүмәте ярҙамында Башҡортостан юлдаш каналы ойошторған «Беҙ бергә» хәйриә телемарафоны ваҡытында ла йыйылды.



Вернуться назад