Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова етәкселегендәге эшсе төркөм Ҡырым Республикаһының Белогорск районы территориаль һайлау комиссияһында эшләй.
Был – республика комиссияһы вәкилдәренең Ҡырымға икенсе сәфәре. Июлдә Башҡортостан белгестәре хеҙмәттәштәренә депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү һәм уларҙы теркәү йәһәтенән ярҙам күрһәтеп ҡайтҡайны. Был юлы иһә Үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре һайлау көнөндә ҡулланыласаҡ документтарҙы, тауыш биреү бюллетендәре бланктарын, унда баѕыласаҡ текстарҙы әҙерләүҙә булышлыҡ итә. Махсус уҡыуҙар ҙа ҡаралған. 12-14 августа, мәѕәлән, Марина Долматова урындағы участка комиссияһы ағзаларына һайлауҙарҙы юғары кимәлдә үткәреү, тауыш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек итеү, эште дөрөѕ ойоштороу мәсьәләләренә ҡағылышлы бер нисә дәрес бирҙе.
А. МИҢЛЕЙӘРОВА.