Тәжрибә майҙансығына әүерелер15.08.2014
Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Волга буйы федераль округындағы барлыҡ төбәк башҡарма комитеттары етәкселәренең семинар-кәңәшмәһе бара.


Форумда ҡатнашыусылар тәүге көндө партияның башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Өлкән быуын», «Халыҡ университеты», «Рәсәй – әүҙем ғүмер» кеүек проекттарҙың эшмәкәрлеген өйрәнде, фирҡәнең Ленин районындағы «Көнүҙәк» беренсел бүлегендә булды, Орджоникидзе районы вәкилдәре менән осрашты.
– «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел һәм урындағы бүлексәләре һөҙөмтәле эшләүе, тәү сиратта башҡарма комитеттарға файҙа килтерә, – тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рәмзил Ишһарин. – Был йәһәттән беҙҙә күп йыллыҡ тәжрибә тупланған һәм белгәндәребеҙҙе башҡалар менән ихлас уртаҡлашырға әҙербеҙ. Ғөмүмән, бөгөнгө сара күп йәһәттән тәжрибә майҙансығына әүерелер тигән ышаныстабыҙ.
Кәңәшмәлә етәкселәр шулай уҡ «Көҙ-2014» циклының һайлау кампанияһы барышы хаҡында фекер алышты, партияның төбәк башҡарма комитетында булды, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе Ирек Ниғмәтуллин менән осрашты. Форумда йәштәр сәйәсәтенә, кадрҙар резервына ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Сараның практик өлөшө иһә республика райондарында дауам итте. Атап әйткәндә, фракция ағзалары Стәрлетамаҡтың «Рощинский» беренсел бүлексәһенә барҙы, партия проекттары сиктәрендә төҙөлгән гемодиализ үҙәген, «Стәрлетамаҡ-Арена» физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡараны. Күмертау ҡалаһында, Күгәрсен районындағы осрашыуҙар ҙа емешле үтте.
Бөгөн – семинарҙың һуңғы көнө. Етәкселәр эш һөҙөмтәләрен барлай, фекер алыша, киләсәккә пландар билдәләй.


Вернуться назад