Һеҙҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты тыңлай!15.08.2014
Һеҙҙе Рәсәй Дәүләт Думаһы  депутаты тыңлай!
Бөгөнгө медицина тармағының торошо, төрлө программалар, закондар ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, бар халыҡты ла ҡәнәғәтләндермәүен уҡыусыларыбыҙҙан килгән хаттарҙан, шылтыратыуҙарҙан, осрашыуҙарҙан яҡшы беләбеҙ. Ни өсөн табип менән пациент араһы алыҫлашҡандан-алыҫлаша, ә медицина түләүлегә әүерелә бара? Ҡулайлаштырыу еленә ышыҡланып, ФАП-тарҙың, дауаханаларҙың ябылыуынан кем отто? Ауырыуҙарҙың тармаҡҡа ҡарата ышанысын нисек ҡайтарырға?

27 августа сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем үткәреләсәк “Тура бәйләнеш”тә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фән­дәре докторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева гәзит уҡыусыларыбыҙҙы борсоған, тулҡынландырған һорауҙарға яуап бирәсәк.
Һорауҙарығыҙҙы алдан гәзиттең электрон почтаһына ([email protected]) ебәрә йәки 272-35-01 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ. Ә инде “Тура бәйләнеш” уҙғарылған көндә һәр кем Сәлиә Мырҙабаева менән ошо телефон аша аралаша ала: 272-75-30, 272-05-43.


Вернуться назад