Ыласын Һунары оҫтаһы15.08.2014
Ыласын Һунары оҫтаһы
Борон башҡорттар, игенселек, малсылыҡ, ағас әҙерләү, умартасылыҡтан башҡа, һунарсылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Ата-бабабыҙҙың борон замандан уҡ батыр, көслө тигән даны таралған: суҡмар алһынмы йә һөңгө тотоп айыуға барһынмы... Уларҙың ҡайһы берҙәре йыртҡыс ҡоштарға ла һунарсылыҡ иткән. Төрлө ҡоштарҙы, кейектәрҙе аулау өсөн ҡарсыға, ыласын алып үҫтергәндәр.

Былтыр “Башҡортос­тан” гә­зитендә журналист Рәшит Зәйнуллиндың бил­дәле этнограф Мирза Мул­ла­ғоловтың “Башҡорт­тар­ҙа ыласын һунары” тигән ки­та­бы донъя күреүе ха­ҡын­да “Лондонда ла беләләр” тигән мәҡәләһен (2013 йыл, 13 ноябрь) уҡығайным. Ав­тор унда белгестең, һу­нарсылыҡтың был төрөн тәфсирләп өйрәнеп, уҡыу­сыға шул заман оҫтала­рының серҙәрен еткерергә тырышыуы хаҡында яҙа. Әйткәндәй, уның ошондай ҡайһы бер хеҙмәттәре Лон­дондағы ыласын һу­нары үҙәгенең сайтына ла ҡуйылған икән. Тимәк, унда ла боронғо башҡорт кәсебе хаҡында беләләр.
Ыласын Һунары оҫтаһыТарихсы-этнограф халыҡта һаҡ­лан­ған боронғо ғәҙәттәрҙе лә сағылдырырға тырыш­ҡан. Мәҫәлән, элек баш­ҡорт халҡындағы йола бу­йынса, кәләш алырлыҡ егет тәүҙә ҡырағай ҡошто ауға өйрәтергә һәм уның менән һунар итә белергә тейеш булған. Ҡыҙ ҙа шундай егеткә өҫтөнлөк бир­гән. Был ғәҙәт үҙе үк ҡош сөйөүҙең башҡортта борондан килгән йола икәнен күрһәтә.
Ыласын Һунары оҫтаһы“Ыласын һунары баш­ҡортта күп тар­маҡлы кә­сепселек төрө булған, – тип яҙа китабында Мирза Муллағолов. – Берәүҙәр йыртҡыс ҡош ояларын эҙ­ләһә, икенселәр уларҙы аулау менән мәшғүл бул­ған, өсөн­сөләр ҡошсоҡ­тарҙы ҡулға эйәләштергән, дүртенселәр уларҙы һу­нарға өйрәткән, бишенсе­ләр иһә, баҙарға сығып, “хази­на­һы” менән сауҙа ит­кән. Араларында ыласын һунарын шөғөл иткән­дәре лә осраған. Быны иң тәүҙә көн талабынан сы­ғып аңлатырға була. Өй­рәтелгән ҡоштар малды йыртҡыстарҙан һаҡлаған, төлкө йә ҡуян алған, шу­лай уҡ башҡа ҡырағай йәнлектәрҙе аулаған.
Һунарсылыҡтың был төрө күптән тарих төпкө­лөндә ҡалған, ҡайһы бер тө­бәктәрҙә туристар өсөн күңел асыу сараһы була­раҡ ҡына һаҡланған. Шу­лай ҙа һаман да ҡайһы бер аэродромдар янында махсус өйрәтелгән йырт­ҡыс ҡоштарҙы тоталар, улар йыш ҡына само­лет дви­гателенә эләгеп бәлә тыуҙырған ваҡ ҡоштарҙы ҡыуалай”.
Ә бына Ҡарлыман ауылында йә­шәгән милли рух­лы, тамырҙарында баш­ҡорт ҡаны аҡҡан Вилдан Хә­сәнов был күптән онотол­ған һунарсылыҡ төрө ме­нән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡал­май, ә һөнәрҙең нескәлек­тәренә лә төшөнә.
— Мылтыҡ менән һәр кем һунарға йөрөй ала, ә бына ҡоштарҙы өйрәтеү — үҙе бер донъя, — ти ул.
Шау ағас уратып алған Абдулла ауылында тыуып үҫкән Вилдан бала сағы­нан уҡ урманда йө­рөргә, төрлө кейек-ҡоштоң хо­лоҡ-фиғелен күҙәтергә яра­та. Бәләкәй ваҡыттан уҡ атаһы, ағалары менән ҡу­янға, бурһыҡҡа ауға ла йөрөй.
Вилдан Хәсәнов ҡош­тарҙы өйрәтә баш­ларҙан алда улар тураһында мәғ­лүмәт туп­лай, был һунар төрө менән ­шө­­ғөл­лән­гәндәр­ҙе Интернет аша эҙләп таба.
– Башҡортостандa ун­дай бер нисә генә кеше бар, ә бына Ҡаҙағстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында кү­берәк. Европала махсус мәктәптәр булһа, Ҡазанда ыласын һунары берлеге төҙөргә дәртләнеп йөрөй­ҙәр. Борон башҡорттар Башҡортостандан шоңҡар (ата ыласын), әтәлге (инә ыласын), балапанды (бөр­көт балаһы) Ҡаҙағстанға алып барып һатҡан, сөнки уларҙа бындай ҡоштар булмаған. Хәҙер инде улар барыһы ла “Ҡыҙыл ки­тап”ҡа индерелгән, – тип мауығып һөйләй ул.
Ыласын Һунары оҫтаһыВилдан Хәсәновтан: “Был һунар төрө менән ҡасан ҡыҙыҡһына башла­нығыҙ?” – тип һораным. Ул түбәндәге­ләр­ҙе һөйләне:
— Бала саҡта булды был хәл. Ауыл малайҙары иҫке ҡарға ояһында нин­дәйҙер ­ҡоштоң үрсегәнен күреп ҡалған да балаларын алған. Үрмәксенән күрмәксе тигәндәй, мин дә уларға ҡушылдым. Алып ҡайтҡас, нимә ашатырға белмәй, ҡошсоҡҡа бешкән кар­туф та, икмәк валсығы ла, туҡмас та биреп ҡараным, тик ул бер нәмә лә ҡап­маны. Бер-ике көн этләшә торғас, ояһынан йығылып төшкән. Үҙе кеүек ҡайҙандыр осоп төшөп, ерҙә ятҡан турғай балаһын тоторға иткәйне, бесәйебеҙ тегене эләк­тереп тә алды. Турғай балаһын, үлгән бул­һа ла, бесәйҙән һалдырып алдым. Шул саҡта алып ҡайтҡан ҡошсоғомдоң ит менән туҡланғанын төшөндөм. Ул көндән-көн үҫте. Тик был ваҡытта ҡоштарҙы ҡулға ултыртып йөрөтөү өсөн махсус тышау кей­ҙергәндәрен белмәй инем. Саҡырыуға ла ул үҙе телә­гәндә генә килә торғайны. Тора-бара был ҡош күгәрсен ҙурлығындағы ыла­сынға әүерелде. Әл­биттә, мин уны һунарға өйрәтә алманым, тик ҡы­ра­ғай ҡоштарҙың кешегә бер эйәләшһә, аҙаҡ тоғро булып ҡалғаны хаҡында белә инем. Һуңыраҡ бер нисә тапҡыр бесәй башлы ябалаҡтарҙы ҡулға эйә­ләш­терҙем.
Бер мәл ағайым тауыҡҡа ташланған ҡарсығаны мылтыҡтан атҡайны. Һыңар ҡанаты яраланған булһа ла, әҙ-мәҙ осҡан ҡошто өйрәтеп маташтым. Ул, ҡыш буйы беҙҙә йәшә­гәндән һуң, яҙ осоп китте.
Ун йыл самаһы элек картуф баҡса­һында бентамка тоҡомло матур этемде ҡарсыға тотоп алып китте. Шунан бер ни­сә тапҡыр “брама” себеш­тәренә һөжүм итте. Ошо хәлдәрҙән һуң элекке ҡыҙыҡһыныуым ҡабаттан тоҡанып, Интернет сел­тәре аша Ҡаҙағстан ҡошсоһо Бәхет Ҡарнаҡ­баев ме­нән танышып киттем. Һунар ҡоштарына бәйле ау серҙәренә ул төшөндөрҙө.
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ­ҙы өйрәтеү тура­һында махсус фән дә бар. Ғәҙәт­тә, һунар ҡоштарын ҡыш­ҡы­лыҡҡа ғына аҫрайҙар, яҙ еткәс, осороп ебәрәләр, сөнки ҡырағай тәби­ғәттә уға йөн алмаштырырға, бала сығарырға ҡула­йыраҡ. Өйрәтеү өсөн йортомда ялан селе, күгәрсен аҫрайым. Йыртҡыс ҡош­тарҙы махсус бирсәткәләр кейеп тотоп, аяҡтарына — тышау, баштарына клобук (монархтарҙың баш кейеме) кейҙерергә кәрәк. Ул әйберҙәрҙе яҙҙыртып та алам, үҙем дә тегәм. Һунарға йөрөй торған ҡош артыҡ һимеҙ ҙә, ябыҡ та булырға тейеш түгел: тәүгеһенең ҡорбаны артынан осорға теләге булмай, икенсеһе­нең хәле бөтәсәк. Алтын урталыҡты табыу өсөн уның ауырлығын үл­сәп торорға, махсус аҙыҡ ашатырға кәрәк. Бәхет өй­рәт­кәнсә, итте бер нисә сәғәт һыуҙа ебетеп бир­һәң, аҡ ем ашатһаң, ана шул уртаҡ­лыҡты һаҡларға була.
Ҡоштар менән һунарға сыҡҡанда улар­ҙы күҙәте­үе ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, ҡарсы­ға өҫкә күтәрелеп, аҫҡа таштай атыла, горизонталь йүнәлештә лә бик шәп тиҙлектә оса. Ул ҡор­банына ағас араһында ла, шырлыҡта ла һөжүм итә ала, сөнки бик йылғыр. Осоп барған ерендә, “һә” тигәнсә йүнәлешен үҙгәр­теп, икенсе яҡҡа боролған ҡорбанын эләктереп өл­гөрә. Ыласын иһә күккә күтәрелеп, таш булып атылып төшөүгә өҫтөнлөк би­рә, ә горизонталь осоуҙа һәм йылғырлығы буйынса ҡорбанын уҙҙыра алмай. Кешегә шул тиклем өйрә­нә, хужа­һына эткә ҡара­ған­да ла күберәк эйәреп йөрөй. Өйрә­телгән ҡош­тарым менән ҡуян, ҡыр өйрәктәрен аулағаным да булды.
Вилдан быйыл ҡышҡы­лыҡҡа йәш ҡар­сығаны өйрәтергә алып ҡалған, фазан, бүҙәнә, ҡыр өй­рәктәре, йорт ҡуяндары аҫрауҙан тыш, өнгә инеп аулай торған ягдтерьер тоҡомло һунар этен дә балалатҡан. Көсөктәре ҙу­райып та килә инде.
Ҡатыны Рәмилә лә, улдары Айбулат менән Айсыуаҡ та Вилдан Салауат улының был мауығы­уын хуплай, уға ярҙам итә. Айырыуса биш йәшлек Айсыуаҡ атаһына булы­шырға ярата. Кем белә, бәлки, үҫкәс, ул да ошо һунар төрө менән шөғөл­ләнер.
Күп йылдар элек баш ҡалабыҙҙың Ризаитдин ибн Фәхретдин исемендәге мәҙ­рәсәһен тамамлаған Вилдан хәҙрәт ҡөрьән мәж­лестәренә йөрөй, исем ҡуша, никах уҡый. Ҡанын­да һунарсы ҡомары дөр­ләп янған тәбиғәт балаһы Вилдан Хәсәновтың, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡә­ленән тай­пылмайынса, төрлө яҡлап ҡыҙыҡ­һыны­уы туҡталып ҡал­маһын ине.



ӘЙТКӘНДӘЙ...
Вилдан Хәсәнов Интернеттан рәссам Ф. Ру­боның “Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнаш­лығында ыласындарға һунар итеүе” тигән картина­һының легендаһын да тапҡан. Билдәле булыуынса, 1856 йылда Мәс­кәүҙә импе­раторға таж кейҙереү тантанаһы ваҡытында бал, һунар, парадтар ойошторола. Сараны ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәреү өсөн бөтә Рәсәйҙән илселәр саҡы­рылып, ентекле һөйләшеү була. Им­ператор Александр II, Башҡортостанда һунар ҡоштарына бәйле боронғо йола барлығын белеп ҡалып, Ырымбур һәм Һамар генерал-губернаторы граф В. Перовскийҙан уны тәхеткә ултыртыу осоронда күрһәтеүҙәрен һорай.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡор­тостандан һунарға өйрәтелгән ике бөркөт, ике шоңҡар, дүрт ыласын, ике ҡарсыға та­была. В. Перовский, махсус кейемдәр тегеп, ун башҡорт һунарсыһын Мәскәүгә ебәрергә була. Уларға бай итеп биҙәлгән азиат ҡылыстары бирелә, аттарҙы Ырымбурҙағы 2-се ҡаҙаҡ полкынан алалар.
Делегацияға 25 йәшлек һалдат-сотник, таныл­ған башҡорт ғалимы, мәғри­фәтсе, публицист Мөхәммәт­сәлим Өмөтбаевтың бер туған ағаһы Фәхретдин Өмөт­баев етәкселек итә. Уларҙың атаһы есаул Ишмөхәмәт Өмөтбаев элекке кантон началь­нигы була һәм ыласын һунарының бөйөк оҫта­һы тип һанала. Был кантонлыҡ ул заманда Стәрлетамаҡ өйәҙендә, хәҙерге Ҡырмыҫ­ҡалы районы биләмәһендә урынлашҡан була.
Баш­ҡорт делегацияһы, туҡ­ланыу насар булғанлыҡ­тан, юлда ҡоштар­ҙың байтағын юғалтып булһа ла, Мәскәүгә ки­леп етә. Унда ай буйына барған танта­наны күҙәтеп, ауыр юлдан һуң ҡоштарҙы тәртипкә кил­терәләр. Ниһайәт, байрамды һунар миҙгеле менән тамамлауға ла сират етә.
Бер ни менән дә таң ҡалдырып бул­маған бөйөк кенәздәр, сит илселәрҙең һунар ҡоштары менән һыбай сыҡҡан баш­ҡорттар командаһының һанаулы ғына ми­нуттарҙа бөркөт менән төлкөнө, ҡарсыға менән дүрт ҡуянды аулағанын күреп иҫе китә. Һауаға сөйгән ҡош­тар йүгереп барған кейек­тәр өҫтөнә таш булып атылып, тырнаҡтарын батырып һөжүм итә. Һунарҙың шаһиты обер-егермейстер граф П. Ферзен әйтеүенсә, император был һунар күренешенән бик ҡәнәғәт ҡала.
Бөркөт һунары бик шәп килеп сыға, бының өсөн Фәхретдин кантон император ғали йәнәптәре кабинетынан зөбәржәт ҡашлы гәүһәр йөҙөк ала. Команда ағзаларына 50-шәр һум көмөш аҡса бирелә. Уларға шулай уҡ императорға таж кейҙереү танта­наһында ҡатнашыу хоҡуғын биргән билдә тапшырыла. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Фәхретдин Өмөтбаевҡа зауряд-есаул дәрәжәһе бирелә.
Бына шулай башҡорттар 158 йыл элек император һунарында барлыҡ Европаға ата-бабаһынан килгән оҫталыҡ-йылғыр­лығын күрһәтә.


Вернуться назад