Донъябыҙҙың йәме бит һеҙ!13.08.2014
Донъябыҙҙың йәме бит һеҙ! Һеҙгә Ташаҫты ауылында йәшәүсе атайым һәм әсәйем – Таңгөл менән Рәил Ҡа­ранаевтар тураһында һөйләгем килә. Бы­йыл улар үҙҙәренең ҡыҙыл ағас туйын билдәләй.
Атайым Йәмилә менән Ғәбделхай Ҡа­ранаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән атаһына эйәреп ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ шөғөлдәрен үҙ итә. Мәктәпте тамамлағас, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Артабан, урманһыҙ йәшәй алмайым тип, урман хужалығы техникумына уҡырға инә.
Әсәйем Белорет ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамлай. Ҡауарҙы ауылында яңы ғына эш башлаған ҡыҙға атайым иҫе китеп ғашиҡ була. Күп тә үтмәй улар туй яһай.
Иң яҡын, ғәзиз кешеләребеҙ 26 йылдан ашыу бергә йәшәй, алты ҡыҙ һәм дүрт ул тәрбиәләй, уларҙың бишәүһен балалар йортонан алдылар. Бөгөн дә бер-береһенә ныҡлы терәк булып, матур ғүмер кисерә ҡәҙерлеләребеҙ. Әсәйебеҙ ике тиҫтә йыл самаһы Иҫке Тайыш, Ташаҫты ауылдарында шәфҡәт туташы вазифаһын баш­ҡара. Атайыбыҙ ҙа оҙаҡ йылдар урман ху­жалығында намыҫлы хеҙмәт итә. Яҡын­дарыбыҙ ихласлығы, кешегә һәр ва­ҡыт яҡшы мөғәмәләлә булыуы, намыҫлы хеҙмәте менән хеҙмәттәштәре, ауылдаштары араһында ихтирам яулаған. Йылы һүҙҙәре, файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итеп, туғандарына терәк булып йәшәй улдар.
Атай менән әсәй ауылда күптәргә өлгө күрһәтеп, тырышып донъя көтә. Бөтә уңайлыҡтары булған ҙур йорт һалып сыҡ­тылар, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто тоталар, үҙ пилорамалары бар. Баҡсала төрлө йәшелсә, еләк-емеш үҫтерәләр, ә йәй көнө ишек алды төрлө сәскәгә күмелә. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр ҙә өйгә йәм биреп үҫә.
Бәхетле бала сағыбыҙ әсәй менән атай ҡанаты аҫтында бер ҡайғыһыҙ үтте. Улар беҙҙе тик яҡшылыҡҡа, тырыш, иман­лы булырға, кешеләрҙе хөрмәт итер­гә, ҡуйған маҡсаттарға ирешергә, тормош елдәренә бирешмәҫкә өйрәтте. Шун­дай атай-әсәйҙәр һәм уларҙың ун балаһы кеүек бәхетле кешеләр күберәк булһын ине ерҙә. Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙгә шул тиклем рәхмәт­лебеҙ. Донъябыҙҙың йәме бит һеҙ!




Вернуться назад