Тормош ҡәҙерен белеп йәшәй13.08.2014
1987 йылда Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәүсе Яналиндар ғаиләһендә бер малай донъяға килә, уға Вадим тип исем ҡушалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тора-бара уның күреү һәләтенән мәхрүм булыуы асыҡлана.
Атай-әсәйе улдарын төрлө табиптарға күрһәтеп ҡарай, әммә файҙаһы булмай. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй улар, Вадимды Өфөләге 28-се һөнәри мәктәпкә уҡырға бирәләр. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш егет медицина колледжына уҡырға инә, артабан массаж яһауcы һөнәрен үҙләштерә. Бына ете йыл инде ул Өфө дауаханаларының береһендә һайлаған һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй.
Вадимдың башҡарған эшенән барыһы ла ҡәнәғәт. Пациенттар уға һәр ваҡыт рәхмәтле. “Бынан кире массаж яһатырға тик Яналинға ғына йөрөйәсәкмен”, “Уның кеүек массаж яһаусы осрағаны булманы әле”, – ти улар. Егерме ете йәшлек белгестең һөнәре генә түгел, спорт, музыка буйынса ла маҡтау ҡағыҙҙары бихисап.
Илһамлы, әүҙем егет тормошта юғалып ҡалмай, күңеленә хуш килгән һөнәр үҙләштереп, уңышлы эшләп йөрөй. Күп йәштәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, ваҡытты бушҡа уҙғарып ятҡанда, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән йәш кеше үҙ юлын тапҡан. Донъяның матурлығын маңлай күҙе менән күрмәһә лә, күңел күҙе менән тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәй Вадим!