Ҡайҙа, ҡайҙа, Кананикольскиҙа бешкән икмәкте яратып алалар. Төпкөлдә урынлашҡан был ауылда эшҡыуар Людмила Медведева шәхси икмәк цехы асып һис тә отолмаған. Район үҙәгенән килтерелгән икмәкте көтөп интекмәй ауыл халҡы, яңы ғына мейестән сыҡҡан хуш еҫле, тәме лә, сифаты ла күпкә юғарыраҡ әпәкәйҙе һайлай.
Һөнәре буйынса бухгалтер Людмила Медведева, ауылда урман хужалығы бөтөрөлөп, эшһеҙ тороп ҡалғас, шәхси эш асыу тураһында уйлана. Ире лә риза булғас, үҙҙәре икмәк бешереү цехы төҙөй. Бөгөн бында биш кешегә эш урыны булдырылған. Икмәк бешереүсе Ирина Леонова ла был тарафтарға ире менән Күмертау ҡалаһынан килгән. Надежда Корнева оҫта итеп, “һә” тигәнсе төрлө фигуралар яһап, бәлештәрҙе йылы мейескә ҡуя.
Киләсәктә Людмила Медведева цехын тағы ла киңәйтеү уйы менән яна. Сөнки хуш еҫле ризыҡҡа һорау ҙур, күрше ауылдарҙан да килеп алалар. “Конкуренция көслө заманда һатып алыусыларҙы юғалтмау өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ”, — ти Кананикольск эшҡыуары.