Ниндәй генә ҡатын-ҡыҙҙың матур булғыһы, ҡәҙерлеләренә иң һөйкөмлөһө булып күренгеһе килмәһен?! Элегерәк ауылда йәшәгәндәргә был йәһәттән бер аҙ ауырыраҡҡа тура килһә, бөгөн ундай мәсьәлә хәл ителмәҫлек түгел. Мәҡәлә геройы — Ниғәмәт ауылында “Лилиә” матурлыҡ салонын асып, гүзәл заттарҙың тағы ла сибәрерәк итеүҙе хәстәрләгән оҫталарҙың береһе, шәхси эшҡыуар Лилиә Иҫәнбаева.
Күрше Иҫән ауылында йәшәүсе Лилиә Язар ҡыҙы мәктәп ябылып, эшһеҙ тороп ҡалғас, үҙ бизнесын булдырырға ҡарар итә. Бәләкәйҙән тегергә, сәс ҡырҡырға, төрлө прическа яһарға яратҡан ҡатын һис бер икеләнеүһеҙ матурлыҡ салоны аса. Йәш саҡта парикмахер, тегенсе һөнәрҙәрен үҙләштереүе лә бик ярап ҡала. Ниғәмәт ауыл хакимиәте урынлашҡан бинаның икенсе ҡатындағы бер бүлмәне ҡуртымға ала, уға ремонт яһай. Бер яҡ мөйөшөн кейем тегеү өсөн йыһазландырһа, икенсе өлөшөн матурлыҡ салонына әйләндерә. Бөҙрәхана, маникюр һәм косметология ҡорамалдары һатып ала.
— Тәүҙәрәк бер аҙ икеләндем, — ти Лилиә Язар ҡыҙы. — Клиенттар булырмы, ауылда йәшәүселәр ваҡыт табып килерме тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайҙа ғына булмаһын, нәфис зат һәр саҡ матурлыҡҡа табынып, үҙе лә сибәр булып йәшәгеһе килә. Юҡҡа ғына, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тимәгәндәр. Көнөнә ете-ун кешене ҡабул итәм, тегеү буйынса ла заказдар байтаҡ. Өлгөрмәгән осраҡта, кискә ҡалып та эшләйем. Оло йәштәгеләрҙең сәсен ҡырҡтырып, бөҙрәләтергә килеүе – күңелгә үҙе бер кинәнес! — ти оҫта.
Ниғәмәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ни өсөн шундай нәфис, һөйкөмлө икән, тип аптырамағыҙ. Яуап бер генә: “Лилиә”гә килегеҙ, Лилиә һеҙҙе йәшәртер, матурайтыр һәм зауыҡлы кейем өлгөләре тәҡдим итер.