Хыял толпарын йүгәнләгән13.08.2014
Хыял толпарын йүгәнләгән
Йылҡы малы борон-борондан башҡорт халҡы тормошонда айырым урын тотҡан. Башҡорт тоҡомло аттар оҙаҡ йылдар буйы формалашҡан. Улар аҙыҡ һайламай, иң сыҙамлыларҙан иҫәпләнә. Шулай уҡ талымһыҙ, һыбай йөрөгәндә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә һынатмай. Йыл әйләнәһенә тибендә йөрөгән малҡайҙың файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ.


Бөгөн башҡорт тоҡомло аттарҙы ҡай­танан үрсетеү маҡсатында күп кеше үҙ эшен аса. Шун­дайҙарҙың береһе — йәш эшҡыуар Айнур Ҡәйепов.
Бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп, уның өҫтөндә һыбай йөрөп үҫә ул. Бигерәк тә ҡолонсаҡтарҙы иркә­ләргә ярата. Шуға күрә ололар шуҡ, ат йәнле малайға баш бирмәҫ тайҙарға эйәр һалыуҙы ла ышанып тапшыра. Йылҡыға ҡарата сикһеҙ һөйөүе Айнур Ҡәйеповты Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринар-медицина факультетына алып килә.
Хеҙмәт юлын ветеринар булып башлап, аҙаҡ зоотехник вазифаһын баш­ҡар­ғанда ла егеттең күңелендә йыл­ҡы­сы­лыҡты үҫтереү теләге яна. Әммә тоҡомло аттарҙы һатып алыу өсөн байтаҡ аҡса талап ителгәнен дә яҡшы аңлай ул.
Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Айнур Ғәдим улы “Яңы эш башлаған фермер” республика про­граммаһында ҡат­на­шып ҡарарға була. Президент грантына “Башҡорт тоҡомло йыл­ҡыны үрсетеү” тигән темаға бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлай.
Йәш фермер Аҡъярҙан алыҫ булмаған ерҙә иҫке ферманы һатып ала. Уға ремонт эшләп, биналарҙы рәткә килтерә. Учалы районының “Юрға” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтенән 20 бейә алып ҡайта. Тағы ла Баймаҡ районының “Ҡолонсаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән алынған унлап ат менән тулыландыра йылҡы көтөүен. Артабан Айнур йылҡыһын ҡолондар иҫәбенә арттырырға уйлай. “500-гә тиклем еткерергә ине, – тип йылмая йәш эш­ҡыуар. — Был тоҡом үҙгәреүсән климат шарттарына ҡарамай ти­бенлектә йөрөүгә махсуслашҡан. Кипкән ҡаулан менән дә туҡланып, көсөн һаҡлай ала торған сыҙамлы мал. Ырымбур далаларының яҡын­да булыуы хәүеф тыуҙыра, әлбиттә. Шунлыҡтан йылҡы­ларҙы күҙ уңы­нан ысҡындырмайбыҙ”.
Айнурҙың атаһы Ғәдим Ғөбәй­ҙулла улы ла ат йәнле кеше. Ғүмере буйы йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ағай — улының төп ярҙамсыһы. Әле бесән әҙерләйҙәр, ҡуралар нығытыла. Быйыл тәүләп ҡымыҙ етештереү буйынса эш башланған.
Йәш эшҡыуар өлгәшелгәндәр менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмай: киләсәктә ат спортын үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы һатыу йүнәлешендә лә эш баш­ларға уйлай, хатта ауырыу балаларҙы һыбай йөрөтөп дауалау теләге лә юҡ түгел. Иң мөһиме — бөгөн Айнур Ҡәйепов бала саҡ хыялының толпар атын йүгәнләгән, ә ҡалғандарының мотлаҡ үтәләсәгенә һис тә шиге юҡ.




Вернуться назад