Әле лә һуң түгел13.08.2014
Ҡәҙерле дуҫтар! Төрлө сәбәп арҡаһында ошоғаса гәзит-журнал алдырмағандарға был эште оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ. 20 авгусҡа тиклем “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып өлгөрһәгеҙ, баҫма йортоғоҙға 1 сентябрҙән килә башлар.

Йәнә шуны хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: август аҙағына хәт­лем генә 2015 йылдың беренсе яртыһына элекке хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Бынан тыш, үҙегеҙ йәшәгән йортҡа яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киоскыһында яҙылыу мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, унда гәзиттең бер һаны ла юғалмай, теләгән ваҡытта барып алырға мөмкин. Был турала туғандарығыҙға, дуҫ-ишегеҙгә, күрше-кү­ләнегеҙгә лә еткерһәгеҙ ине. Ярат­ҡан баҫмаға яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел!


Вернуться назад