Һорауҙарығыҙ булһа...13.08.2014
14 августа көндөҙгө сәғәт 2-нән Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, “Үҙәк баҙар” туҡталышы) Башҡортостан Прокуратураһы идаралығы начальнигы Александр Галицын енәйәт-процессуаль һәм оператив-эҙләү эшмәкәрлеген күҙәтеү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә;
19 августа иртәнге сәғәт 10-дан шунда уҡ Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы бүлек начальнигы Руслан Новак Рәсәй гражданлығына эйә булыу, уны теркәү, раҫлау мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә. Сара башланғанға тиклем бер сәғәт алдан теркәлеү фарыз.
Белешмәләр өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.