Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев Хөкүмәт ҡарамағында ауыл хужалығы тауарҙарына, сеймалға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтың ҡырҡа артыуына юл ҡуймау, тауар баҙарында тигеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрен ҡарау буйынса штаб ойоштороуға ҡағылышлы эш кәңәшмәһе үткәрҙе.
— Уҙған шәмбелә Рөстәм Хәмитов республикала ауыл хужалығы продукцияһына һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтың кинәт артыуына юл ҡуймау бурысын билдәләне, — тине Эрнст Исаев. — Беҙ сауҙа селтәрҙәрендәге хаҡты көн һайын күҙәтергә, аҙыҡ-түлектең нигеҙһеҙ ҡыйбатланыу осраҡтарын йылдам тикшерергә тейешбеҙ.
Хөкүмәт штабы ҡарамағында шулай уҡ ике эш төркөмө төҙөлә. Уларҙың береһенә – Ауыл хужалығы министрлығы, икенсеһенә Сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты вәкиле етәкселек итәсәк.