Намыҫыбыҙ саф булһын…12.08.2014
Намыҫыбыҙ саф булһын… Генерал Шайморатов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Зөбәй Үтәғолов, Абдрахман Ғәйфуллин… Үҙҙәре үлһә лә, дандары һүнмәҫ батырҙар, исемдәре мәңгелек йыр булып яңғырар ҡаһармандар улар. Башҡортостан ере Ватаныбыҙға үткән ауыр һуғыш йылдарында 276 Советтар Союзы Геройы биргән. Беҙҙең райондан ике Советтар Союзы Геройы, Дан орденының ике тулы кавалеры бар.


Зөбәй Үтәғолов 1913 йылда Маҡар улысының Баҡый ауылында (хәҙер Белорет районы) тыуған. Бәләкәйҙән сос, зирәк, телгә бай һәм шаян булып үҫә Зөбәй. Маҡар крәҫтиән йәштәре мәктә­бендә буласаҡ атаҡлы профессор Жәлил Кейекбаев менән бер осорҙа бе­лем ала. Артабан К.А. Тимирязев исе­мендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Уны тамамлағас, Салауат районының Арҡауыл урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Һуңы­нан Баш­ҡор­тостан Мәғариф халыҡ комиссариаты уны Мәләүез районының Юлдаш ауылына мәктәп директоры итеп тәғә­йен­ләй.
Зөбәй Үтәғолов Арҡа­уылда эшләгән осорҙа мәктәптә партия ойошмаһы секретары вазифаһын баш­ҡарған. Урыҫ те­ле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Рәбиға Әсә­нова уның тура­һындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып былай тип һөйлә­гәйне: “Зөбәй Үтәғолов үҙен эшкә ижади ҡараусы, талантлы уҡытыусы итеп танытты. Ғәжәп аҡыллы, асыҡ күңелле кеше ине, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм халыҡ араһында ҙур абруй ҡа­ҙан­ды. Башҡорт телендә ма­тур, яғымлы һөйләшер ине. Күңелдәрҙе елкендереп мандолинала оҫта уйнауын, килешле хәрәкәттәр менән тыпырҙатып бейеүен, ҡурай тартыуын, күкрәк тауы­шы менән йырлауын нисек онотмаҡ кәрәк?! Ҡыҫ­ҡаһы, Зөбәй ҡайҙа, шунда уйын-көлкө, йыр-моң булды”.
Зөбәй Үтәғолов ут эсендә лә Арҡа­уыл урта мәктәбендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен, уҡыусыларын онотмай, хаттар яҙып тора. Шуға ла мәктәп коллективы һәм уҡыусылары бөгөн дә ге­ройҙың яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡ­лай, уның хөрмәтенә кисәләр ойошторола.
1942 йылда Зөбәй Үтәғолов Өфө пехота училищеһына уҡырға инә. Фронт­тағы хәлдәрҙең ҡатмарлашып китеүе сәбәпле курсанттар, шул иҫәптән Зөбәй ҙә ике айҙан уҡ алғы һыҙыҡҡа китә.
…Сталинград эргәһендә көсһөҙлән­дерелгән дошман сигенә. Был көндәрҙә мөһим бер хәрби операцияның яҙмы­шын Ростов өлкәһендәге “Краснов”ка исемле бер бәләкәй генә станция хәл итә. Уны фашистарҙан азат итеү мот­лаҡ, сөнки Көнбайышҡа табан сигенгән дошман ғәскәрҙәре һәм техникаһының юлы ошонан үтә. Ләкин гитлерсыларҙың станцияны һис тә ҡулдарынан ысҡын­дырғыһы килмәй. Шуның өсөн улар “Красновка”ны уратып бүрәнәләрҙән вал яһай, өҫтөнә һалам ҡатыш ҡар өйөп, аҙаҡ һыу һибәләр. Ғинуар һыуығы, ыж­ғыр ел уратманы боҙ ҡоймаға әйлән­дерә…
1943 йылдың 13 ғинуары. Артиллерия залпынан һуң рота һөжүмгә ташлана. Зөбәйҙәр взводы ялтырап ятҡан ошо боҙло тауға иң алдан килеп етә. Штурмлаусылар сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә. Гвардеецтар шинелдәрен ши­нелгә ялғап боҙ стена аша ырғыта, штык-бысаҡтарына таянып, алға, тик ал­ға ынтыла. Ниһайәт, егермеләп яугир вал аша сығып, ҡарға ята. Станция яғынан дошман доттары баш ҡалҡы­тырға ла ирек бирмәй, туҡтауһыҙ үлем сәсә. Яугирҙәр станциялағы өс йортҡа бәреп инә һәм уларҙы бирелмәҫ крепосҡа әүерелдерә. Взводтың ун өс ҡаһарманы ике тәүлек буйы тиерлек дошмандың ике ротаға яҡын пехота­һына, танк взводына ҡаршы һуғыша. Боеприпастары бөткәс, яраланған, ҡанһыраған гвардеецтар кейемдәренә ут ҡапҡан хәлдә дошманға ташлана, сөнки ҡоторонған фрицтар өй-крепос­тарға ут һалған була…
Ун өс ҡаһармандың тиңһеҙ батыр­лығы хаҡындағы хәбәр бөтә фронтҡа тарала. 1943 йылдың 31 мартында уларға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Зөбәй Үтәғолов – уҡытыусы-герой. Ул һуғышта ни бары дүрт ай самаһы ғына ҡатнаша. Ватаныбыҙ өсөн изге көрәштә бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ хаҡы­на ғүмерен ҡорбан итеп, яҡты исемен ҡалдырҙы ул.
Шағир Хәниф Кәрим үҙенең шиғы­рында бына нисек яҙған:
“…Автоматын ҡыҫҡан килеш
Атлай Зөбәй мәңгелеккә.
Әйтә һымаҡ:
Әй, дуҫтарым!
Яуҙа ҡурҡыу белмәнек беҙ,
Уттарҙа ла янманыҡ беҙ,
Үлгәндә лә үлмәнек беҙ”.
Зөбәй Үтәғолов эшләп киткән Арҡа­уыл урта мәктәбенә уның исемен биреү зарур. Ул йәшәгән йорт урамы ла ҡа­һарман уҡытыусының исемен йөрөт­һә, Геройҙың рухы алдында намыҫыбыҙ саф булыр ине.


Вернуться назад