“Изгелек итеүҙән тартынмайыҡ”12.08.2014
“Изгелек итеүҙән тартынмайыҡ”
“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләргә ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тотҡан “Һин яңғыҙ түгел!” тигән мәрхәмәтлек акцияһын ойошторҙо.


– Һәр кем, бигерәк тә япа-яңғыҙ ҡалыу­сы­лар йылы мөнәсәбәткә, наҙлы һүҙгә мохтаж, бер-беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәттән тартын­майыҡ һәм тарһынмайыҡ, — тине “Иммунопрепарат” йәмғиәте директоры урынбаҫары Виталий Мартынов, тантаналы шарттарҙа махсус почта йәшнигенә ошондай йөкмәткеле хатты төшөргәндә.
Әйткәндәй, Рәсәй почтаһы был изге эште уңышлы тормошҡа ашыра. Өфө ҡалаһындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат директоры Валерий Курамшинға телевизор тапшырылды. “Интернатта йәшәүселәр исеменән ҙур рәхмәтемде еткерәм, “Рәсәй почтаһы” иһә ысынында яңғыҙ ғүмер итеүсе­ләрҙең мәнфәғәтен ҡайғырта, — тип билдә­ләне Валерий Курамшин. – Бөгөн шуны аң­ланым: яңғыҙ ғүмер йомғағын һүтеүселәр тураһында төрлөсә һөйләп, мәсьәләне артыҡ ныҡ ҡуйырталар. Һәр ваҡытта ла үҙенең күңел йылыһын кемгәлер биреүселәр бар. Уларҙы таба белеү генә зарур”.
Почтаға бүтән йомоштары менән килеү­селәр ҙә йәһәт кенә открытка һатып алып, ҡотлау яҙып, уны төрлө адрестарға ебәрҙе. 1 октябрҙә иһә почтальондарҙың күбеһе, пенсионерҙар йәшәгән йорттарға юлланып, ҡотлау сәләмдәре яҙылған хат-открыткаларҙы адресаттарҙың ҡулына тапшырасаҡ.
“Һин яңғыҙ түгел!” акцияһы бөгөн илебеҙҙә иң уңышлы социаль проекттарҙан һанала.




Вернуться назад