Районда тәрбиә, белем биреү өлкәһен заман талаптарына ярашлы үҙгәртеү, камиллаштырыу йүнәлешендә байтаҡ эш башҡарыла. Барыһынан элек, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә, яңы педагогик алымдар ҡулланыуға, ғаилә менән мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға ҙур иғтибар бүленә.
Төбәктә йәмғеһе 32 мәғариф учреждениеһы, шул иҫәптән 22 дөйөм белем биреү, 9 төп белем биреү һәм башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы эшләй. Уларҙа 3858 бала уҡый һәм тәрбиәләнә, һәр класта уртаса 11 уҡыусы иҫәпләнә. Мәктәпкәсә белем биреү тармағында 34 балалар баҡсаһы һәм мәғариф учреждениеларында мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн биш төркөм бар. Уларҙа 1498 бала тәрбиәләнә. 2013 йылда Түбәнге Йәркәйҙә 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы – «Баланы үҫтереү үҙәге» – асылды.
Район үҙәгендә ике инновацион белем биреү учреждениеһы бар. Үрге Йәркәйҙә – 1-се гимназия-интернат нигеҙендә һәләтле балалар өсөн ресурс үҙәге, Түбәнге Йәркәйҙә лицей эшләй. Бында урыҫ теле, химия, биология, математика фәндәре тәрән өйрәнелә. Барыһы 27 ауылдан уҡыусылар йөрөп уҡый, бының өсөн 19 автобус ҡаралған.
Төбәктә йәмғеһе 597 педагог эшләй. Уларҙың 92 проценты юғары белемгә эйә, һәр кемеһе тырышып хеҙмәт итә. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында даими рәүештә семинарҙар, асыҡ дәрестәр, фекер алышыуҙар үткәрелә. Районда 2011 йылдан алып һәләтле балаларға стипендия түләнә. Быйыл уға Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия, Т. Рахманов исемендәге 2-се, 4-се урта мәктәптәр, Баҙытамаҡ, Үрге Мансар, Илеш мәктәбе уҡыусылары лайыҡ булды.
Йылдан-йыл мәктәптәрҙең матди-техник базаһы нығый, төрлө ҡоролма менән байытыла, спорт йыһаздары алына, һәр белем усағында интерактив таҡталар һәм мультимедиа саралары бар, мәктәптәрҙең барыһы ла Интернет селтәренә тоташтырылған, һәр береһенең шәхси сайты бар. Ә Түбәнге Йәркәйҙәге лицейҙа электрон китапхана, электрон ашхана, электрон үткәреү системаһы булдырылған, заманса компьютерҙар менән йыһазландырылған үҙәк эшләй.
Йыл һайын районда туған тел уҡытыусыларының семинары юғары кимәлдә ойошторола. Педагогтар республика семинарҙарынан да ситтә ҡалмай. Башҡортостанда үткәрелгән олимпиада, конкурстарҙа һәр ваҡыт юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән туған тел уҡытыусыларының хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Уларҙың береһе К. Насретдинова Үрге Йәркәй 4-се урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Быйыл ул, шағир Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған республика конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Тырыш педагогтың уҡыусылары район данын яҡлап, республика кимәлендәге сараларҙа ҡатнашып, ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, VIII класс уҡыусыһы Элина Абдуллина – Халыҡ-ара туған тел, яҙыу һәм мәҙәниәт көнөнә арналған республика форумында, IX кластан Айгөл Ғәзизова төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында, шул уҡ класс уҡыусыһы Илвина Карамова «Республикамды йырлайым!» республика конкурсында икенсе урынды алды.
Этәй урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Юлиә Яковченка башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында беренсе урынды яуланы. Илеш мәктәбенең IX класында белем алған Лиана Ғәлиуллина “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә өсөнсө булды. Әйткәндәй, ул был конкурста 2009 йылдан алып ҡатнашып, призлы урындар ала.
Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта мәктәптә лә уҡыусыларҙың төрлө яҡлы үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Мәктәп директоры Рауил Ғабдрафиҡов етәкселегендә ижади фекерләгән әүҙем уҡытыусылар эшләй. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Н. Вәлиев – физика-математика уҡытыусылары конкурсында, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» бәйгеһендә, Р. Ғабдрафиҡова “Мәғариф” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Рәсәй Федерацияһының алдынғы уҡытыусыһы” конкурсында еңеү яуланы.
Уҡыусылар йыл һайын төрлө фәндәр, спорт буйынса район, республика ярыштарында ҡатнашып, призлы урындарҙы ала. Мәҫәлән, II класс уҡыусыһы Альбина Бәҙретдинова (етәксеһе – Л. Яхина) «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында беренсе урынға лайыҡ булып, маҡтау ҡағыҙы һәм велосипед менән бүләкләнде. Алмас Мәхмүтов (уҡытыусыһы – Н. Вәлиев) иһә XIX республика техник олимпиадаһында беренсе булды. Туғыҙынсыла уҡыған Раил Зиннәтов Башҡортостанда армспорт буйынса икенсе урынға сыҡты.
Ғөмүмән, мәктәп коллективы рухи һәм физик яҡтан ныҡлы, ижади, үҙаллы фекерләй белгән, тыуған илен, халҡын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән шәхес тәрбиәләү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле эш алып бара.