Аҡсаңды аҡыллы тотонорға өйрән12.08.2014
Эшләп алған аҡсаны һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу өсөн капиталды аҡыллы итеп тотонорға өйрәнеү фарыз.

Финанс хеҙмәттәре ҡайҙа күрһәтелә һуң?
U банктарҙа (кредит ойошмаларында);
U страховка ойошмаларында;
U дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарында;
U инвестиция фондтарында;
U ломбардтарҙа;
U микрофинанслау ойошмаларында (кредит кооперативтарында һ.б.)
U торлаҡ-төҙөлөш компанияларында;
U лизинг, брокер компанияларында һ.б.

Страховка осрағы тыуғанда банктағы вклад тулыһынса, шул иҫәптән өҫтәлгән проценттар ҙа түләнергә тейеш. Әммә был сумма 700 мең һумдан артмай. Әгәр кеше бер банкта бер нисә вклад асһа һәм банк йөкләмәһенең суммар күләме страховка түләүенән артыҡ булһа, аҡса вкладтарҙың күләменә ярашлы уларҙың һәр береһе буйынса түләнә.

Банк менән мөнәсәбәттәрҙә хоҡуғың боҙолмаһын тиһәң

Депозит операциялары – вкладтар буйынса:
1.Банктың вкладтарҙы страховкалау системаһында ҡатнашыуын асыҡлағыҙ. 2. вкладты тейешле документтар пакеты менән “Вкладтарҙы страховкалау агентлығы” дәүләт корпорацияһына йәки банк-агентҡа мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин.
3.Агентлыҡ тарафынан вклады ҡапланған кеше банктан вкладтың ҡалған өлөшөн талап итергә хоҡуҡлы.





Кредит операциялары – кредиттар буйынса:
1. Ҡул ҡуясаҡ ғаризаның тексы менән иғтибарлы танышығыҙ. Уның оферталы ғариза булмауына, йәғни үҙегеҙҙең ғаризала ҡаралған шарттарҙа кредит договоры төҙөү тәҡдимен индермәүгә инанығыҙ.
2.Кредит алыуға һәм уны түләүгә бәйле өҫтәмә сығымдарға иғтибар итегеҙ. Улар иҫәбенә түбәндәгеләр инә:
– кредит заявкаһын ҡараған өсөн КОМИССИЯ;
– ссуда иҫәбен алып барған өсөн КОМИССИЯ;
– кредитты финанс баҙарында башҡа ҡатнашыу­сылар аша түләгән өсөн КОМИССИЯ;
– ғүмерҙе, һаулыҡты СТРАХОВКАЛАУ.
Онотмағыҙ: страховкалауға мәжбүр итеү – законһыҙ.
3.Кредит картаһын ал­ғанда түбәндәгеләр өсөн комиссия күләмен асыҡларға онотмағыҙ:
– ошо картаны биргән банк кассаларынан һәм банкоматтарынан ҡулаҡса алған өсөн;
–банкоматтарынан ҡулаҡса алған өсөн;
4.Кредитты түләү ваҡытын һәм алымдарын асыҡлағыҙ. Кредитты бүтән банктар, почта бүлексәләре аша түләгәндә йәки ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкәндә, аҡсаның “юлда” тотҡарланыуы, йәғни ул ағымдағы иҫәпкә ингәнгә тиклем бер аҙ ваҡыт үтеүе ихтимал. Аҡсаның ағымдағы иҫәпкә индерелгән көнө кредитты түләү датаһы тип иҫәпләнә!
5.Кредит договорында уның шарттарын – ставканы, срокты, сумманы – банктың бер яҡлы тәртиптә үҙгәртеү хоҡуғы айырып бил­дәләнмәҫкә тейеш.
6.Кредитты ваҡытынан алда түләү шарттарына иғтибар итегеҙ. Рәсәй Федерацияһының Граждан­лыҡ кодексындағы 811, 813, 814-се статьяларына ярашлы, кредитор айырым осраҡтарҙа ғына кредит буйынса ағымдағы бурысты, шулай уҡ кредитты файҙаланған өсөн проценттарҙы ваҡытынан алда түләүҙе талап итергә хоҡуҡлы.
Был мөһим!
Ҡануниәттә кредитты ваҡытынан алда түләүҙе сикләү осраҡтары билдәләнмәй.


Вернуться назад