Ярты быуат элек колхоз ағзаларына пенсия биреү тураһында закон сыҡты
Университеттың дүртенсе курсын теүәлләп, педпрактика үтеп, “почти уҡытыусымын” тигән уй менән әллә кем булып, ауылда йәй үткәреп йөрөйөм. Унда тормош үҙ яйына инде. Бесән, ямғыр, утын, баҡса... Ямғыр тиеүем шунан, сөнки болоттар ҡайнап, яуынға тартһа, бер килке рәхәтлектә йәшәп алаһың, былай ҙа ҡурай хәтлем генә беләк салғы, ауыр һәнәк менән өҙгөләүҙән ял итә. Хәйер, 18-20 һум стипендияға макарон менән шыйыҡ бутҡанан башҡа ниғмәткә ауыҙ һона алмайһың, ләкин тормош барыбер һәйбәт. Ғүмеренең әле алда булыуын белеү үк йәш кешегә рәхәтлек бирәлер ул.
Шулай ҙа әлеге йәйҙең ҡыуанысы икенсе нәмәлә булған икән. Һәр йорттоң текмәһенә аҙна-ун көнгә бер тапҡыр гәзит ҡыҫтырып китә торған почтальон Мөслимә апай был юлы ололар йәшәгән өйгә инеп, аҡса таратып сыҡты. Ғарифулла олатайыма — 12 һум, Ғәйнихаят өләсәйемә шунса уҡ тәңкә, әсәйемә лә, “Берлек” колхозы рәйесе урынбаҫары булып, йәйен-ҡышын кирза итек һөйрәп йөрөгән Ҡужин ҡартҡа ла, бөтәбеҙ ҙә ниңәлер Батима тип өйрәнгән Фатима өләсәйгә лә — шул уҡ ун ике һум. Минең стипендиянан ҡайтышыраҡ күренһә лә, хөкүмәттән ошоғаса аҡса-фәлән күрмәгән ҡарт-ҡороға көтөлмәгән был хәйер ҡыуаныс килтергәндер тип уйлайым хәҙер. Ул саҡта ололарҙың хис-тойғоһон белеү форсаты сыҡманы. Тормоштан баҫылған, шатланыуын да, ризаһыҙлығын да эсенә йәшереп көн иткән кешеләрҙән сиселеп һөйләшеүҙе өмөт итеп булмай ине шул.
Тарихи күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә, “Колхоз ағзаларына пенсия тураһында”ғы закон колхозсылар менән эшселәрҙе социаль яҡтан тәьмин итеүҙәге ғәйәт ҙур айырманы юя башлағандай булды. Ысындан да, миҫалға Әбйәлилемде килтерәйем. “Ҡыҙыл Башҡортостан”, “Йәнгел”, “Урал” совхоздарында эшселәр хеҙмәт хаҡын айыныҡын айына аҡсалата ала, колхоздарҙа иһә — трудодень, йәғни табелдәге таяҡ. Яңғырауыҡлы ниндәй лозунгтар менән генә ҡаплама, колхозсы барыбер “икенсе сорт кешеһе” булып йөрөгән, сөнки илде тотошлай индустриялаштырыу сәйәси доктрина итеп күтәрелгәндә, дәүләт тәүге сиратта эшселәр хаҡында хәстәрлек күреүҙе ғәҙел һанаған. Илдең оборона ҡеүәте лә сәнәғәткә, эшселәр синыфына таяна бит әле. Бында ла үҙенсә логика бар.
Әлеге закон колхозсыларҙың бөтөнөһөнә лә бер тигеҙ түләүҙе ғәмәлдән сығара. “Һәйбәт эшләгән колхозсылар һәйбәт дәртләндерелергә лә тейеш”. Бынан ары пенсия йәшенә еткән колхозсыларға түләү дәүләт менән колхоздың килеме иҫәбенә бойомға ашырыла. Ҡартлыҡ буйынса пенсия алыу өсөн 65 йәшкә еткән ир кешегә – колхозда кәмендә 25 йыл, 60 йәшлек ҡатын-ҡыҙға кәм тигәндә 20 йыл эшләргә кәрәк була. Колхозсы, йәше етеп пенсияға сыҡһа, хәҙер хеҙмәт хаҡының 50 процентын ала. Әммә был осраҡта хеҙмәт хаҡы 50 һумдан да артырға тейеш түгел. Иң аҙ пенсия 12 һум, йәғни ул осорҙағы 13,5 самаһы Америка доллары тәшкил итә. Ат сапҡысында колхозда бер булып эшләгән олатайым да, ирҙәр һуғышта йөрөгәндә кәбән һалған Латифа өләсәй ҙә, колхоз рәйесе урынбаҫары Әхмәтҡужа ҡарт та 12-шәр һум пенсияға лайыҡ булды. Шулай ҙа бик һирәк колхоз ағзалары, эшсе һәм хеҙмәткәрҙәрҙеке кеүек, юғары – 102 һумлыҡ пенсияға өлгәшкеләне. Әммә был ер һөргән, мал ҡараған ябай кешеләргә түгел, ә конторала иҫәп-хисап менән мәшғүл булған “ауыл аристократияһына” ғына тейешле өҫтөнлөк ине.
Хәҙер, ярты быуат үткәс, тәнҡитле фекер әйтеп ултырһаҡ та, колхозсыларға пенсия түләү тураһындағы закондың йәнә бүтән социаль эҙемтәләрен дә күрмәү ярамаҫ. Ошонда уҡ имгәнеү, туйындырыусы кешеһен юғалтыу айҡанлы пенсиялар ҙа булдырылған. Колхозсыларҙың шул уҡ эшселәр икәнлеген танып, дәүләт ҡатын-ҡыҙҙарға буйға ҡалған саҡта отпуск биреү тәртибен ауыл ерендәгеләргә лә таратҡан. Улар бала табырҙан алда 56 календарь көн, аҙаҡтан да шунса уҡ көн ял итергә хоҡуҡ алған. Әйткәндәй, шул көндәрҙә үк “халыҡты хеҙмәтләндереү менән мәшғүл тармаҡтар хеҙмәткәрҙәренә” түләүҙе арттырыу тураһында ла закон сығарылған. Шулай итеп, мәғариф хеҙмәткәрҙәре аҡсаны — 25, һаулыҡ һаҡлауҙа эшләүселәр — 23, сауҙа менән дөйөм туҡланыу тармағындағылар — 18, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенекеләр 15 процентҡа күберәк ала башлаған.
Һүҙҙе ауыл кешеләренә ҡағылышлы ғәмәл тураһында башлап ебәргәс, партия үҙәк Комитетының ауыл хужалығына арналған сираттағы бер пленумы хәтерҙә яңырҙы. Ул шул уҡ 1964 йылдың февралендә үткәйне. Һүҙ, гәзиттәр хәбәр иткәненсә, ашламаларҙы киң файҙаланыу, һуғарыу, механизациялауға, фән ҡаҙаныштарына таянып, ауыл хужалығында етештереүҙе ҡырҡа арттырыу бурысын ҡуйҙы. Йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһағанда Н.С. Хрущев, ғәҙәттә, Америка империалистарына “төрттөрмәй” ҡалманы. “...Ауыл хужалығында артта ҡалыуыбыҙҙы тәнҡитләп, американдар беҙҙә стимул юҡ, уларҙа, йәнәһе, стимул бар, тип раҫлай. Имеш, фермер бөтөн нәмәгә үҙе хужа. Ләкин был наҙан, бер ҡатлыларға иҫәпләнгән. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм, АҠШ-та ауыл хужалығы ялланмыш хеҙмәткә таяна. Унда фәҡирлек, хәйерселек ҡурҡынысы ялланып эшләүсене баҫып тота. Беҙҙә иһә ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренә һәм йәмғиәткә эшләй, уларҙың хеҙмәтенә эштең күләменә һәм сифатына ғына ҡарап түләнә”.
1963 йылда ауыл хужалығы ифрат ауыр көрсөккә дусар булды, мал һаны кәмене, халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бик насарайҙы. Университеттағы уҡытыусыларыбыҙға, ярҙам йөҙөнән, ауылдан он алып та килгеләнек. Хөкүмәт сит илдәрҙән, шул иҫәптән Америка Ҡушма Штаттарынан да, иген һатып алырға мәжбүр булды.
Әлеге пенсия мәсьәләһенә әйләнеп ҡайтҡанда. Батшалар заманында ауылда ике-өс быуын бер ғаилә булып йәшәгән. Ҡарттар ризыҡһыҙ ҡалмаған. Һәр хәлдә, улдары-ҡыҙҙары, кейәүҙәре-килендәре өлкәнәйгәндәрҙе ҡарарға алыр булған. Колхоз ҡоролошо быуаттар аша килгән тәртипте боҙған. Йәштәр үҫә бара, ҡалаларға, һәр төрлө төҙөлөштәргә китә тора. Төпкөл ауылдарҙа кәрһеҙ ҡарт-ҡамҡы күпселеккә әйләнгән. Ярай ҙа дәүләт ауылдағыларға ла пенсия түләү зарурлығын аңлаған, 1964 йылдың йәйендә көтмәгәндә килеп төшкән пенсия ҡайһы берәүҙәрҙе әле һыйыр аҫрарлыҡ хәлдәге ғаилә сифатында тап иткән. Кемдәргәлер ҡаланан йәйен ейәндәрен алып киләләр һәм өләсәй менән олатай ғаилә нигеҙен һаҡлап тотоуҙарына ғорурланып йәшәй. Әммә йылдар үтеүгә иркен, ләкин ергә һеңә барған өйҙә япа-яңғыҙ ҡалған ҡарсыҡ һүнеүсе, үлемгә дусар ителгән ауылдың йөрәк өҙгөс символы булып ҡала. Етем йорттоң етем хужабикәһе ауылдағы коммерция магазинынан тоҙ, шәкәр, шырпы, сәй, көнбағыш майы, икмәк һатып ала. Ҡартлыҡ буйынса бөгөнгө пенсия, һәр төрлө түләүҙәргә тарата килә, тәм-томға иркенәйергә форсат бирмәй. Ауылда ғүмер кисереү хәҙер ҙә еңел түгел. Дәүләт пенсияны бер ҡулы менән түләһә, икенсе ҡулы менән тартып алып тора. Донъя гиҙергә сыҡҡан шәп кәйефле американ, япон, алман ҡарттары араһынан рәсәйҙекеләрҙе эҙләргә тырышмағыҙ. Таба алмаҫһығыҙ. Яҙмышыбыҙ бүтәнсәрәк.