Хатты халыҡ юҡҡа яҙмай12.08.2014
Республика Хөкүмәте Аппаратында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы республика Законына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм Хөкүмәттең даими контролендә тотола.
Яҙма мөрәжәғәттәр республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе тарафынан ҡарала һәм күрһәтмә менән тейешле республика башҡарма власть органдары, ойошмалар етәкселәренә үтәүгә ебәрелә.


Мөрәжәғәттәр статистикаһы

2014 йылдың тәүге яртыһында йәмғеһе 5 856 мөрәжәғәт килгән. Шуларҙың 623-ө компетен­ция­ға ярашлы Башҡортостан Президенты Хакимиә­тенән, 2555-е — Рәсәй Президенты Хакимиә­тенән, 37-һе — Дәүләт Думаһынан, 239-ы ил Хөкүмәте Аппаратынан ебәрелгән, тағы ла 1 335-е республика Хөкүмәте Аппаратында контролгә ҡуйылған. Мөрәжәғәттәр, нигеҙҙә, торлаҡ-коммуналь өлкәгә (2 535 — 43,3%), социаль өлкәгә (1 208 — 20,6%), иҡтисадҡа (1 276 — 21,7%), дәүләт, йәмғиәт, сәйәсәткә (787 — 13,4%) оборона, именлек, законлылыҡҡа (196 — 3,4%) ҡағыла. Торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләренә бәйле 684 кеше мөрәжәғәт иткән. Ундайҙар дөйөм һандың 11,7 процентын тәшкил итә. Күп хаттарҙың авторҙары — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, запастағы офицерҙар, авария хәлендәге иҫке торлаҡ хужалары. Шулай уҡ йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, торлаҡ субсидиялары, кредиттар бүлеү мәсьәләләре күтәрелә. Төҙөү­селәр тарафынан килешеү шарттарын үтәмәүгә 48 ялыу килгән. Былтыр был күрһәткес 53 булған.

Төп темалар

Ҡаралған осорҙа ҡала төҙөлөшө һәм архитектура буйынса — 282 (4,8%), юлдарҙың торошона һәм транспорттың эшенә бәйле — 147 (2,5%), ҡала, ҡасабаларҙы төҙөкләндереү буйынса — 123 (2,1%), социаль объекттар төҙөү буйынса 42 (0,7%) мөрәжәғәт тапшырылған. Халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре лә көнүҙәк булып ҡала. 430 (7,3%) яҙма мөрәжәғәт ошо турала һөйләй. Мәктәптәрҙе үҙгәртеп ойоштороу, төҙөкләндереү, уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә компенсация биреү, баланы мәктәпкәсә учреждениеға урынлаштырыу тураһында — 172 (2,9%), һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы — 684 (11,7%), хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса — 191 (3,2%), физкультура, спорт һәм туризмға бәйле 28 (0,5%) хат килгән.
Агросәнәғәт комплексын үҫтереү мәсьә­ләләренә ҡағылған 309 (5,2 %) мөрәжәғәттә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына кредит биреү үтенесе, агрофирмаларҙағы хәл, ауыл хужалығын үҫтереү тәҡдимдәре сағылыш таба.
Тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса 269 (4,6%) хат ҡаралған.
Анализ күрһәтеүенсә, Өфөнән — 1272 (21,7%), Стәрлетамаҡтан — 298 (5%), Октябрьскийҙан — 307 (3,7%), Салауаттан — 126 (2,1%), Нефтекаманан —102 (1,72%), Өфө районынан — 164 (2,8%), Иглиндән — 76 (1,3%), Туймазынан — 55 (0,9%), Стәрлетамаҡ районынан 53 (0,9%) мөрәжәғәт алынған.

Халыҡты ҡабул итеү
сараларын ойоштороу


Граждандарҙың телдән һәм яҙма мөрәжәғәт­тәре менән эшләүҙе артабан камиллаштырыу маҡ­сатында республика Хөкүмәте бойороғо ни­геҙендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-минист­ры урынба­ҫарҙары, дәүләт органдары етәкселәре тарафынан күсмә ҡабул итеү ойошторола. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында ошондай ҡабул итеүҙәрҙе үткәреү датаһы хаҡында киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителә.
Республика Хөкүмәтенең Интернет селтә­рен­дәге http:/www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары, дәү­ләт органдары етәкселәре тарафынан халыҡты күсмә ҡабул итеү графигы, Башҡортостан Хөкүмәте Регламенты, ярты йыл һәм тотош йыл эсендә килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш реквизиттары, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә Интернет аша мөрәжәғәт итеү алымы бирелгән.
Хөкүмәт Аппаратында халыҡты ҡабул итеү сараһын граждандарҙың мөрәжәғәт­тәре менән эшләү бүлеге ойоштора.
Хөкүмәт Премьер-министры урынба­ҫар­ҙары граждандарҙы республика Хөкүмә­тенең ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) көтә. Көн һайын унда 10-15 кеше мөрәжәғәт итә.
Отчет осоронда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары үткәргән 11 күсмә ҡабул итеүгә 97 кеше килгән. Хөкүмәттәге ҡабул итеү бүлмәһендә ошондай уҡ дүрт сара уҙғарылған. Уларҙа 37 кеше ҡабул ителгән.
Республика дәүләт органдары етәкселәре ойошторған 109 сарала 750 кешенең үтенесе ҡаралған.


Вернуться назад