Күрше хаҡы – тәңре хаҡы12.08.2014
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Украинаның көньяҡ-көнсығышында барған ҡанлы бәрелештәр һөҙөмтәһендә 1,5 мең кешенең ғүмере өҙөлгән. Иң аяныслыһы — уларҙың күпселеген тыныс халыҡ тәшкил итә. 500 меңләп ҡасаҡ һыйыныр урынды Рәсәй киңлектәрендә эҙләргә мәжбүр.


Һуғыш хәрәкәттәре барған ҡала һәм ауылдарҙа инфраструктура бөтөнләй емерелгән, Донецк иһә ҡала-ҡарасҡыға әүерелгән. Ватан электрон саралары хәбәр итеүенсә, Киевта Донецк ҡалаһын ҡулға төшөрөү планы әҙерләнгән, һәм ул ҡышҡа тиклем сепаратистарҙан тулыһынса таҙартыласаҡ.
Һуңғы президент һайлауҙарында дәүләт тәхетен Виктор Янукович биләмәһә, Европа союзына ағза булып инеү тураһында Киевта бер төрлө, Мәскәүҙә икенсене һөйләп, Украина граждандарында, айырыуса Көнбайыш менән бәйләнештәрҙе үҫтереүгә ынтылғандар араһында, ҡаршы кәйеф тыуҙырмаһа, бәлки, баш ҡалалағы ваҡиғалар был тиклем көсөргәнеш алмаған булыр ине.
Икенсенән, Ҡырым халҡы Рәсәйгә ҡушылыу теләген белдермәһә, Донецк, Луганск һәм Харьков ҡалаларында Украинаны “федералләштереү” идеяһы күтәрелеп, эш ҡоралға тотоноуға барып етмәҫ ине. Эйе, тарих теләк һөйкәлешендә үҫешмәй, уның тәгәрмәсен кирегә әйләндереп булмаясаҡ. Шулай уҡ Рәсәйгә һыйыныу урыны эҙләп килгән украиндарҙы ла хәҙер тыуған йорттарына ҡайтарыу мөмкинлеге юҡ. Уларҙың сит урында ҡәнәғәтләнерлек тормош таба алырына ышаныс та самалы.
Рәсәй матбуғаты һәм телевидениеһы йыш ҡына Европа, айырыуса Германия һәм Франция эшҡыуарҙары һәм сәйәсмәндәренең илебеҙгә ҡарата санкцияларын хупламауы, уларҙан урындағы иҡтисадтың да зыян күрәсәге тураһында һөйләүҙәрен телгә ала, күрһәтә. Әлбиттә, фекер төрлөлөгө ғәҙәти иҫәпләнгән Көнбайышта бындай ҡараштар – ябай күренеш, әммә “һауа торошо”н улар билдәләмәй. АҠШ президенты Барак Обама ла үҙ ихтыяры буйынса эш итмәй, ә һайлаусыларҙың теләгенә буйһонорға мәжбүр.
Әйткәндәй, яңыраҡ ул Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы “һалҡын һуғыш” түгел тип билдәләне. Ләкин АҠШ, Европа союзы һәм НАТО талап итеүенсә, Кремль көньяҡ-көнсығыш Украиналағы сепаратистарҙы ҡорал һалырға өндәмәһә һәм был йәһәттән йоғонтоло саралар күрмәһә, эштең «һалҡын һуғыш»ҡа саҡлы барып етеү ихтималлығы ла юҡ түгел. Элекке Советтар Союзының күңелһеҙ тәжрибәһе унан кемдәрҙең отоласағын шикләнмәҫлек итеп раҫлай.




Вернуться назад