Стәрлетамаҡ ҡалаһында Украинанан килгән ҡасаҡтар ғаиләһенә биш йылға бушлай торлаҡ бирелгән.
Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, “Әсә һәм бала” хәйриә фонды ошондай ҡарар ҡабул иткән. Дмитрий Голяканың ғаиләһенә 100 квадрат метр майҙанлыҡ фатир тапшырылған. Бынан тыш, уларға теркәлеүҙә, эшкә урынлашыуҙа, яңы йәшәү шарттарына яраҡлашыуҙа ярҙам күрһәтелә. Ғаилә башлығы Фонд ҡарамағында хеҙмәт урыны тапҡан: дауалау-физкультура комплексы үҙәген төҙөкләндереүҙә ярҙамлаша. Ҡатыны Анна ла тиҙҙән үҙәк администраторы ярҙамсыһы булараҡ эш башлаясаҡ.