Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Салауат ҡалаһының “Урал” ҡунаҡханаһындағы Украина ҡасаҡтарын ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында булды.
Салауатҡа Украинаның көньяҡ-көнсығышынан бөтәһе 215 кеше килгән. Әлеге пунктта иһә 108 кеше, шул иҫәптән 29 бала, төпләнгән. Сабыйҙарҙың иң кесеһенә ни бары өс ай ғына. Рөстәм Хәмитов ҡасаҡтар менән аралашты, уларҙың хәле, киләсәккә ниәттәре менән ҡыҙыҡһынды. Украина халҡы күрһәтелгән ярҙам өсөн республика, ҡала власына рәхмәт белдерҙе. Уларҙың әйтеүенсә, әле эшкә урынлашыу өсөн документ юллайҙар.
Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ҡасаҡтар менән эшләү буйынса дөйөм республика штабы етәксеһе Лилиә Ғүмәроваға ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтергә ҡушты.
– Эшкә урынлаштырыу, торлаҡ биреү буйынса ярҙам итергә кәрәк, — тине ул. — Иң мөһиме – эш биреүселәр менән бәйләнеш булдырыу. Салауатта ғына түгел, башҡа ҡала-районда ла. Йылдамлыҡ зарур: һорауҙы иртән ебәргәнһең икән, кис яуап алырға тейешһең. Пенсионерҙар менән инвалидтарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов әйтеүенсә, әле Салауатта 13 кеше эшкә урынлаштырылған.