Һәр белгескә — 1 миллион һум23.11.2011
Һәр белгескә — 1 миллион һумТотош Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ауыл ерендә медицина кадрҙарының етешмәүе — күптәнге киҫкен мәсьәлә. Сер түгел, уҡып бөткәндән һуң йәш белгестәр ауылға эшкә барырға атлығып тормай, нисек тә ҡалаларҙа төпләнергә ынтыла.
Һуңғы йылдарҙа район һәм ҡалаларҙа дауалау-иҫкәртеү учреждениеларын төҙөүгә иғтибар артыуы һәм уларҙың заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы ла аҡ халатлыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята алмай. Кадрҙарға ҡытлыҡты түбәндәге миҫал да күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итер, моғайын. Илдә табиптарҙың штат берәмеге 66 мең самаһы иҫәпләнһә лә, эшләгәндәренең һаны 41 меңләп кенә, улар араһында йәш белгестәр ни бары — 6,5 мең.
Республикабыҙҙа 10 мең кешегә 38,5 табип тура килһә, ауылдарҙа был күрһәткес тағы ла түбәнерәк, йәғни 10 мең кешегә — 14 самаһы. Әле ауыл ерендәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында юғары белемле 1280 белгес етешмәй. Йыл һайын уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 300-ө райондарға ебәрелһә лә, улар социаль-көнкүреш мәсьәләләренең хәл ителмәүе, эш хаҡының түбән булыуы һәм артабан үҫеш өсөн мөмкинлектәрҙең сикләнеүе сәбәпле урындарҙа ерекмәй.
Йәш белгестәрҙе ауыл дауаханаларында эшләргә нисек йәлеп итергә һуң? Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Череповец ҡалаһындағы сығышында ошо мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы менән таныштырып, төбәктәргә эшкә барыусы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәмә дәртләндереү сараһы ҡаралырға тейешлеген белдерҙе.
— Ауылға эшкә барырға теләгән һәр белгескә 1-әр миллион һум бүлергә тәҡдим итәм. Ул был аҡсаны торлаҡ һәм башҡа көнкүреш проблемаһын хәл итеү өсөн файҙалана ала. Берҙән-бер шарт — кәм тигәндә лә биш йыл эшләү мотлаҡ. Бының өсөн яҡынса 11 миллиард һум кәрәк буласаҡ, әммә тәү сиратта үҙ медицина хеҙмәткәрҙәрен урынлаштырыу өсөн ниҙер эшләгән төбәктәргә ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Премьер-министр.
Владимир Владимирович бындай аҙымдың киләһе йылда уҡ ауыл ерендә табиптарға ҡытлыҡты икеләтә ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәгенә ышана.
Ошо маҡсатта “Ауыл табибы” программаһы проекты әҙер ҙә инде. Башҡортостандың уны тормошҡа ашырыусы төбәктәр иҫәбенә инеүе ихтимал. Йәш белгестәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында республиканың үҙ программаһы эшләнә. Төбәк етәкселәре һәр белгескә яңы эш урынына барғанда 100 мең һум аҡса бирмәксе. Ошо маҡсатта бюджетта 47 миллион һум аҡса ҡаралған. Йыл һайын ауыл еренә юғары уҡыу йорттарын тамамлаған 300-ҙән ашыу медицина белгесен ебәреү күҙ уңында тотола.
Күптән түгел “Ауыл табибы” федераль программаһы проекты менән Башҡорт дәүләт медицина университетының сығарылыш курс студенттары ла танышты. Йәштәр һарайындағы сараны ошо юғары уҡыу йорто менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк сәйәси советы ағзалары ойошторҙо. Студенттар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә Төбәк сәйәси советы ағзаһы Рөстәм Игбаев, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төп белгес-эксперты Раян Миһранов һәм медицина университеты вәкилдәре ҡатнашты.
Оҙаҡламай диплом аласаҡ йәштәрҙә өҫтәмә дәртләндереү сараһы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, һорауҙар ҙа күп булды.
Программа 2012 йылдың башынан эшләй башлаясаҡ. Һөҙөмтәлә ауыл ерендәге дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләргә теләк белдергән табипҡа дәүләттән 1 миллион һум аҡса алыу мөмкинлеге тыуа. Әлегә уны биреү шарттары аныҡ билдәләнмәгән. Рөстәм Камил улы әйтеүенсә, ауылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программа йыл аҙағына тиклем эшләнеп бөтәсәк. Сығарылыш курс студенттарын “Ауыл докторы булырға яҙыл” акцияһында ҡатнашырға саҡырҙылар. Ҡыҙыҡһыныусылар скажи.ру сайтында теркәлеү өсөн тейешле форманы тултыра. Акция ноябрь аҙағына тиклем барасаҡ. Студенттар проектҡа ҡарата тәҡдимдәрен дә индерә ала.
Буласаҡ табиптар Владимир Путиндың инициативаһы менән интернатура һәм ординатура үтеүселәр өсөн стипендияның быйыл 1 июндән ике тапҡырға индексацияланыуын да ишетеп ҡыуанды. Хәҙер ҡаҙна нигеҙендә белем алыусы интерндар өсөн стипендия — 6770 һум, ординатура үтеүселәр өсөн 7270 һум тәшкил итә.
Йәш белгестәр дәүләттең өҫтәмә ярҙамына һис тә битараф түгел. Икеләнмәй ауыл ерҙәренә эшкә китергә ҡарар итеүселәр байтаҡ. Мәҫәлән, күптән түгел генә ғаилә ҡорған Зөлфиә менән Айтуған Йәғәфәровтар Бөрйәнгә йыйына. Икеһе лә уҡырға райондарынан маҡсатлы йүнәлтмә менән килгән. Шуға күрә йәштәрҙе тыуған яҡтарында көтәләр. 1-әр миллион һум аҡса ла бирелһә, иң элек торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә тотонор инек, тип хыяллана улар.
Әлфиә Аҡкөсөкова — Ишембай районынан, дауалау факультетын тамамларға йыйына. Ул да ғаиләле, программа буйынса аҡса бирелһә, мотлаҡ йәшәр урын хәстәрләр инек, ти.
Ошо уҡ факультеттан Юлиә Исламғолова менән Алина Аралбаеваның да теләге бер — дәүләт ярҙамын торлаҡ алыуға тотоноу.
Тимәк, медицина белгестәрен эш һәм йәшәү урыны табыу мәсьәләһе борсомаясаҡ, бары уларҙың ҡайһы төбәккә барыуҙы йәһәтерәк хәл итеүе кәрәк.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад