lБЫЛАР ҠЫҘЫҠЛЫ09.08.2014
Хазина
Бал – Хоҙай тарафынан беҙгә бүләк ителгән хазина. Ул йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән. Республикабыҙ ошо татлы ризыҡты етештереү күләме, умарталар һаны һәм был тармаҡты фәнни үҫтереү буйынса илебеҙҙә алдынғы урындарҙы биләй. «Умартасылыҡ тураһында»ғы Закон да иң тәүҙә, 1995 йылда, беҙҙең республикала ҡабул ителде. Ошо Законда Умартасылар көнөн августа билдәләү хаҡында әйтелә.
Хатта төҫтәре лә төрлө
Балдың төрлөһө бар. Уларҙың төҫө лә бер иш түгел. Ҡарабойҙай, урман балында микроэлементтар, тимер күп булһа, аҡһыл төҫлөләре еңел үҙләштерелә. Йүкә балының һыуыҡ тейгәндә яҡшы дауа икәнлеген һәр кем белә. Төрлө сәскәләрҙән йыйылғаны иһә сәләмәтлек өсөн иң файҙалыһы һанала.
Мең сиргә дауа
Яңы ғына алынған балды пиелонефрит булғанда, бөйөр сирҙәре менән яфаланғанда ашау файҙалы.
Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндәргә ике балғалаҡ балды ярты стакан йылы һыуға һалып, йоҡлар алдынан ике сәғәт алдан эсергә кәңәш ителә.
Өҫтәмәләр ҙә ҡушып була
Төрлө өҫтәмәләр, мәҫәлән, прополис ҡушылған татлы ризыҡты иһә антибиотик урынына файҙаланырға мөмкин. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, хатта ябыҡтыра. Йөҙөм менән ҡушылғаны йөрәк-ҡан тамырҙарына, гипертония, атеросклероз булғанда, нервы ҡаҡшағанда бик файҙалы. Инжир менән бергә ҡушылғанын күкрәге ҡыҫылып йонсоғандарға, бронхиаль астма менән интеккәндәргә тәҡдим итәләр.