Ағыумы? Әллә...09.08.2014
Бал ҡорто ағыуы тураһында әлегә тиклем тулыһынса өйрәнелмәгән. Шуныһы бәхәсһеҙ: ул йоҡоно, кәйефте, аппетитты, эшкә һәләтлелекте яҡшырта. Бөйөр өҫтө биҙенә ыңғай тәьҫир иткәнгә күрә, организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы күпкә арта. Шулай уҡ ҡатҡан быуындар йомшара. Быныһы – гиалуронидаз тип аталған ферменттың һәйбәт тәьҫире. Холестеринды иретеп, ойошҡан ҡанды шыйығайтып, ул тромбоз сирен дә дауалау үҙенсәлегенә эйә.
Бал ҡорто ағыуы шулай уҡ баш мейеһенең һәм йөрәктең ҡан тамырҙарын киңәйтә, ҡан баҫымы, йөрәктең тибеше нормалләшә, эсәктәрҙең эшсәнлеге яҡшыра, ҡанда холестериндың иреүе, баш мейеһенең ҡан тамырҙары киңәйеүе һөҙөмтәһендә атеросклероз сире сигенә. Йөрәк мускулдарының эшмәкәрлеге яҡшыра, тимәк, ағыу аритмиянан ҡотолорға ла ярҙам итә. Әлбиттә, һүҙ ағыуҙан аллергияға, идиосинкразия һәм анафилактик шешкә дусар булмай торған кешеләр тураһында бара.
Ҡорт ағыуы һөйәктәге електең эшсәнлеген яҡшырта. Был иһә ҡандағы эритроциттың күләмен арттыра, гемоглобинды көйләй, миокард инфарктын иҫкәртә.
Ҡорт ағыуы еңә торған сирҙәрҙе һанап бөтөрлөк түгел: ревматоидлы артрит, ревматик полиартрит, подагра, периферик нервы системаһы, күҙ ауырыуҙары, неврит, полиневрит, радикулит, невралгия, ишиас, остеохондроз, тромбофлебит, атеросклероз, эндартериит, бронхиаль астма, псориаз, нейродермит, экзема, дерматит, гипертония, кардиосклероз, йөрәк аритмияһы, тахикардия...
Нервы, бауыр, бөйөр, ҡан ауырыуҙарынан интегеүселәргә һәм йоғошло, психик сирлеләргә, ауырлы ҡатындарға ағыуҙы үҙаллы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Бары тик табип ҡына, ауырыуҙың үҙенсәлектәренә ҡарап, дауалауҙы билдәләй ала.