“Нескәбилдәр” егәрлене һөйә09.08.2014
“Нескәбилдәр” егәрлене һөйә
Ҡабатланмаҫ бер кинәнес бит ул – башҡорт балы. Уның тәмен бер татыһаң, икенсе тапҡыр ҙа ауыҙ итке килеп тик тора. Ә шифаһы хаҡында һөйләп торорға ла түгел. Был хаҡта хәҙер хатта бөтә ғәләм белә. Ошо татлы, шифалы, файҙалы тәмлекәс өҫтәлебеҙҙең түрендә икән, йыл әйләнәһенә тир түккән умартасыға рәхмәт кенә әйтәһе ҡала.


Бөгөн һеҙҙең менән таныштырырға теләгән геройым Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәй. Рәшит Аҙнабаевҡа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеү серҙәрен атаһы Рәйес өйрәткән. Бәләкәй сағынан уға эйәреп умарталыҡҡа йөрөр булған. Әйт­кәндәй, Рәшит Рәйес улының олатаһы Түләбай «Ләмәҙ» умартасылыҡ совхозында эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер был хужалыҡ бөтөрөлгән инде.
Рәшит әрме хеҙмәтендә сынығыу алып, тыуған яғына ҡайтып, бер аҙ тын алғас, атаһы уға 145 умартаны ышанып тапшыра. Егет бер ҙә аптырап ҡалмай: ең һыҙғанып эшкә тотона, умарталарҙы яҡшы ҡарап, уларҙың һанын тағы ла арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Өҫтәүенә, ғаилә ҡорғас, кәләше Сәлиә лә был эшкә ихлас ҡушыла. Хәҙер Аҙнабаевтарҙың 700-ҙән ашыу умартаһы бар!
Рәшит Рәйес улы – оҫта балтасы, малсы, тракторсы, шофер... Уның ҡулынан килгән һөнәр төрҙәрен теҙеп яҙһаң, хатта бер ҡағыҙ бите етмәҫ кеүек. Бал ҡорттарын «ауыҙлыҡлай» белгән ир-уҙаман тормош йәмен хеҙмәттә, ғаиләһендә күрә. Етмәһә, уның яратҡан һөнәре күңел кинәнесе генә түгел, мул табыш та килтерә. Ошо үҙе матур йәшәү сере түгелме ни?! Өҫтәүенә, улы Рәмил дә – атаһы кеүек умартасы. Ул кәләште әллә ҡайҙарҙа эҙләмәгән, тыуған ауылынан тапҡан. Зарина Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Быйыл ул ҡулына диплом алыу шатлығы менән бергә әсә булыу бәхетен дә татыған. Улдары Рафаэлгә әле биш кенә ай. Әммә Аҙнабаевтар, бәлки, ул да умартасы һөнәрен һайлар тип өмөт бағлай.
Рәшит Рәйес улының ҡыҙы Гүзәлиә баш ҡалалағы судтарҙың береһендә эшләй. Ире Рөстәм менән ике ул үҫтерәләр. Олоһо Динарға биш йәш булһа, кесеһе Ғәлимгә ни бары бер ай.
Аҙнабаевтарҙың кинйә улдары Ришатҡа – әле ун биш йәш. Быйыл ул Ләмәҙ урта мәктәбенең IX класын тамамлаған. Балалары хаҡында һөй­ләгәндә атай кешенең ғорур­ла­ныуы әллә ҡайҙан күренеп тора.
Былтыр Аҙнабаевтар умарталы­ғынан йәмғеһе 19 тонна бал алған. Уны Өфө, Силәбе, Екатеринбург баҙарҙарында һатҡандар.
Ғаилә башлығы умартасылыҡ сер­ҙәрен балаларға еткереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған. Ул Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә юғары класс егет­тәренә ғәмәли күнекмәләр үткәрә. Әйткәндәй, белем усағының үҙенең дә 25 умар­таһы бар.
Миңә ҡалһа, бал ҡорттары айырым дәүләт кеүек йәшәй. Ә уның, белеүебеҙсә, айырым ҡанундары бар, иркен дә сикләп булмай. Шуға күрә был уңған, етеҙ һәм талымһыҙ «нескә- билкәйҙәр» менән һәр кем шөғөлләнә алмайҙыр. Үҙҙәре кеүек эшкә бөтмөр­ҙәрҙе генә үҙ итә улар. Быуындан быуынға умартасылыҡ серҙәрен тапшырыу йолаһына тоғро ҡалған, бәхет тәхетен хеҙмәттә тапҡан Рәшит Аҙнабаев иһә тап ана шундайҙарҙан.


Вернуться назад