Енәйәт һәм яза26.01.2012
Ғибрәт алмаған үҙе ғибрәткә ҡалыр

Өфө ҡалаһында йәшәүсе ҡатын, такси хеҙмәтендә эшләгән иренең юғалыуына борсолоп, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатындың иң ҡурҡыныс фараздары ысынға сыға. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала таксистың ғүмерен ҡыйған енәйәтселәрҙең эҙенә төшә.
Яңы ғына төрмәнән сыҡҡан ике рецидивист иреккә сығыуҙарын “йыуырға” ҡарар итә. Ярайһы уҡ төшөрөп алғас, такси саҡырып, баш ҡала эргәһендәге Максимовка ауылында йәшәүсе дуҫтарына бурысҡа аҡса алырға юлланалар. Тик ул кеше өйҙә булмай сыға. Бында юлдары уңмағас, улар артабан таксисҡа Шакша биҫтәһенә барырға ҡуша, ләкин ул, клиенттарҙың юл хаҡын түләү өсөн аҡсалары юҡлығын аңлап, уларҙың бойороғон үтәүҙән баш тарта. Шул саҡ енәйәтселәрҙең береһе бысаҡ килтереп сығара…
Таксистың үле кәүҙәһен әшнәләр юл буйына ташлай. Уның машинаһында бер нисә көн баш ҡала урамдары буйлап елдерәләр. Һуңынан төрлө яҡҡа таралышалар. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең береһен Өфөлә, икенсеһен Мәләүездә ҡулға ала. 50 йәшлек енәйәтсе – һигеҙенсе, 40 йәштәгеһе алтынсы тапҡыр төрмәгә ултырасаҡ. Быға тиклем дә төрмә йыуынтыһын һемереп ғибрәт алмаған әҙәмдәр үҙҙәре ғибрәткә ҡалды.

Асыҡлайһы бар әле

Октябрьский нефть промыслаһы ҡоролмалары заводының Приют участкаһында булған фажиғә йәмәғәтселекте шаңҡытты: өс эшсе цистерна таҙартҡанда ағыуланып һәләк булған, бер кеше – реанимацияла. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Газдан ағыуланған ир-егеттәрҙең барыһы ла Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында йәшәгән. Геннадий Милешин менән Геннадий Гусаровҡа – 23-әр, Евгений Федоровҡа 35 йәш булған. Уның өс балаһы – етем, ҡатыны тол ҡалған. Геннадий Гусаровтың әсәһе улының вафатында предприятиены ғәйепләй. Ағыуланыусылар араһында берҙән-бер иҫән ҡалған кешенең ғүмеренә хәүеф янамаһа ла, ул хәтерен юғалтҡан һәм бер нәмә лә иҫләмәй.
Эшселәр ниндәй матдәнән ағыуланған, ниңә респиратор кеймәгән, ҡыҫҡаһы, фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлайһы бар. Бында яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күберәк. Һәләк булған имәндәй ир-егеттәрҙе генә кире ҡайтарып булмай – шуныһы үкенес.

Бурҙың күңеле буш

Октябрьский ҡалаһында төрлө магазиндарҙа урлау осраҡтары йышайған. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ был хәлдәрҙең бер кеше ҡулы менән башҡарылыуын асыҡланы.
Бур һатыусыларҙың кассаны ҡалдырып китеүен һағалап тора ла аҡсаны кеҫәһенә йәшереп өлгөрә, имеш. Сауҙа нөктәләренән йәмғеһе 50 мең һумға яҡын аҡса урлана.
Ошо енәйәттә ғәйепләнеүсе 31 йәшлек ҡатындың Туймазы ҡалаһында йәшәгәне асыҡлана. Яңыраҡ хөкөмгә тарттырылған булған. Үҙе йәшәгән ҡалала эҙ яҙҙырыу ҡыйын булыр тип уйлағандыр, күрәһең, шуға күрше ҡалала “ҡара эшен” башҡарған да инде. Ҡатын наркоман ир менән йәшәгән, үҙе лә наркотик ҡулланған. Урланған аҡсаны улар сираттағы дозаға тотонған. Был хәлдә иң аяныслыһы – ҡатын уғрылыҡ ҡылғанда үҙенең туғыҙ йәшлек балаһын файҙаланған. Ҡыҙыҡай һатыусыларҙы албырғатҡан арала әсәһе “эшен ҡылған”. Бурлыҡ ир балала сыбыртҡынан, ҡыҙ балала энәнән башлана, ти халыҡ мәҡәле. Әсә кешенең балаһын яҙыҡ юлға этәрергә, кире миҫал күрһәтергә йөрәге еткәс, наркотик уға ҡарағанда кәрәгерәк тә, ҡәҙерлерәк тә булған, күрәһең.

Бына һиңә “игеҙәктәр”!

Баш ҡала автоинспекцияһы бер-береһенә игеҙәк кеүек оҡшаш “Хонда” машиналарына экспертиза үткәрәсәк.
Яңыраҡ юл патруле хеҙмәткәре “Хонда” машинаһын туҡтата. Автомобилдең документтары унда шик тыуҙыра, һәм машинаны баш ҡаланың Киров районы полиция бүлегенә алып киләләр. Тағы бер-ике көн үтеүгә, юл патруле хеҙмәткәрҙәре эргәһенән шик тыуҙырған автомобилдең һыңары үтеп китә. Машиналарҙың төҫө генә түгел, хатта дәүләт номерҙары ла бер иш була! Полицейскийҙар тамам аптырашта ҡала.
Автомобилдәрҙең икеһе лә Ырымбур өлкәһендә теркәлгән. “Тимер ат” хужалары уларҙы урындағы машиналар баҙарында һатып алған. Документтар бер-береһенән күсереп яҙылғанмы ни! Машина хужаһы ла бер кеше икән. Хужалар автомобилде хәләл аҡсаһына һатып алһа ла, генераль ышаныс ҡағыҙы менән йөрөгән булған. Автомобилдәрҙең агрегат һандары ла бер иш икән. Әлеге мәлдә улар штраф туҡталҡаһына ябылған. Белгестәр экспертиза үткәрәсәк, машиналарҙың береһе урланған тип фаразлай хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад