Һорауҙарығыҙ булһа...09.08.2014
12 августа иртәнге сәғәт 10-дан Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһендә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, “Үҙәк баҙар” туҡталышы) шәхескә ҡаршы ҡылынған һәм мөлкәт енәйәттәрен асыу, шулай уҡ наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш мәсьәләһе буйынса аңлатма алырға мөмкин.
Сараны Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының оператив эш буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Владислав Горкавцев уҙғара.
Граждандар ҡабул итеү башланғанға тиклем бер сәғәт алдан теркәлергә тейеш. Белешмә өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.