Йәштәр өй туйлай09.08.2014
Октябрьский ҡалаһында социаль йорт сафҡа инде. Өр-яңы биш ҡатлы биналағы 57 фатир етем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә бирелде.

Өй туйлаусыларҙың күпселеген йәш ғаиләләр тәшкил итә. Йорт социаль нормаларға тулыһынса тап килә. Фатирҙар сантехника, йылытыу системалары менән йыһазландырылған. Идара итеүҙе “Мастер” торлаҡ милекселәре ширҡәте ваҡытлыса үҙ ҡулына алды.
Һуңғы йылдарҙа Октябрьскийҙа социаль торлаҡ йылдам төҙөлә. Әле федераль һәм республика программаларында ҡатнашҡан 79 ғаилә фатирлы булды. Тиҙҙән Свердлов урамында тағы ла яңы йортто файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Йыл аҙағында мөһим социаль объект — бала табыу йорто асыла.


Вернуться назад