“Ҡашҡаҙан” гөрләп торҙо09.08.2014
Физкультурниктар көнө айҡанлы Өфөнөң “Ҡашҡаҙан” паркында спорт байрамы уҙғарылды. Сара программаһына бәләкәй футбол, пляж волейболы, стритбол буйынса ярыштар, эстафета, еңел атлетика кросы, “Ғаилә старттары”, халыҡ һәм милли уйындар инде.


Байрамды спорт мәктәптәрендә шөғөлләнеүселәр асты. Художестволы гимнастика студияһына, каратэ, бокс, баскетбол секцияһына йөрөүселәр сағыу тамаша тәҡдим итте. Теләге булған һәр кешегә ГТО нормативтарын тапшырыу мөмкинлеге бирелде. Байрамда Роллерҙар фестивале ойошторолдо. Тәжрибәле спортсылар оҫталығын күрһәтте. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов Физкультурниктар көнөн яҡшы кәйеф байрамы тип атаны.
– Яңынан-яңы спорт объекттары төҙөлһөн ине. Сочиҙағы уйындарҙа спортсыларыбыҙ байтаҡ миҙал яуланы. Киләһе Олимпиадала ла өфөләр һынатмаҫ, тип ышанам, — тине атҡаҙанған спорт мастеры.



Вернуться назад