Барыһы ла халыҡ ҡулында09.08.2014
Барыһы ла халыҡ ҡулында
«Ҡалала Алдар батырға һәйкәл ҡуйырға ине. Урынын да, һыҙмаһын да күҙаллап ҡуйғайныҡ. Эх, килеп сыҡманы былай булғас», – тип көрһөнөп ҡуйҙы Баймаҡ районының хакимиәт башлығы урынбаѕары Зариф Ушанов, конкурс һөҙөмтәләре менән танышҡас. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәре хаҡ, күрәһең. Баштараҡ үҙҙәре лә ойоштороу эштәренең айышына ныҡлап төшөнөп етмәгәйне шул. Уның ҡарауы райондың башҡа ауыл биләмәләре башлыҡтарын ҡотлай ала. Барыһы ла уйлағанса килеп сыҡһа, Уралда – күпер, Сыңғыҙ ауылы эсендә – юл, Ҡолсорала балалар майҙансығы төҙөләсәк, Үрге Таулыҡайҙа зыяратты кәртәләй башларҙар, ә күсейҙәр, ниһайәт, бульдозерлы булыр. Хәҙер бөтәһе лә урындағы халыҡтан ғына тора.


«Урындағы башланғыстарҙы хуп­лау» проекты тормошҡа ашырыла башлағаны бирле көньяҡ-көнсығыш райондарында яңы тормош ҡайнай. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыр­тыу­ҙы күҙ уңында тотҡан проекттың фекерҙәше лә, башлап ебәреүсеһе лә, ниндәйҙер кимәлдә хатта финанслаусыһы ла ябай кешеләр. Пилот проекттың асылы ла шунан ғибәрәт бит: урында килеп тыуған мәсьәләне халыҡ мотлаҡ үҙе күтәреп сығырға һәм уны хәл итеү юлдарын бергәләп билдәләргә тейеш.
– Башланғыс ауылдарҙың ысынбарлыҡтағы тормошон баһаларға, халыҡтың тын алышын нығыраҡ тойорға мөмкинлек бирҙе. Ғөмүмән, программа социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур этәргес, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаѕары – иҡтисади үѕеш министры Евгений Маврин.
Конкурста ете райондан 116 заявка ҡаралған. Күбеһе юлдарҙы (31 процент), мәҙәниәт усаҡтарын төҙөкләндереүгә (16 процент), зыяраттарҙы кәртәләүгә (12 процент), балалар майҙансыҡтарын төҙөүгә (10 процент) йүнәлтелгән. Конкурс ҡағиҙәләренә ярашлы, бер проектты ғәмәлгә ашырыу­ға ҡаҙнанан һоралған субсидия күләме 1,5 миллион һумдан артмаѕҡа тейеш. Һөҙөмтәлә республиканың 69 ауыл биләмәһенә бюджеттан 60 миллион һум күләмендә аҡса бүленәсәк. Башланғысты тулыһынса тормошҡа ашырыр өсөн ҡалған 42 миллион һумды, берлектә финанслау һөҙөмтәһендә, муниципалитеттар, урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар өѕтәргә тейеш. Мәѕәлән, Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы, үрҙә телгә алынғанса, субсидияға бульдозер һатып алмаҡсы. Был аңлашыла ла. Йыл әйләнәһенә тиерлек юлһыҙ интеккән күсейҙәргә техника ҙур ярҙамсы буласаҡ.
– Бигерәк тә ҡышҡыһын ныҡ этләнәләр. Баймаҡтан юл ярып барып еткәнсе сәғәттәр үтә. Ә бит донъя булғас, төрлө хәлдәр килеп тыуа. Йә береһе ауырып китә, йә икенсеһенең балаһы ҡайтып етә алмай юл сатында тора. Шуға күрә, проектта ҡатнашыу мөмкинлеге барлығын ишетеү менән, ауыл халҡы берҙәм күтәрелеп сыҡты. Бер тауыштан техника һатып алырға теләк белдерҙеләр, эшҡыуарҙарын йәлеп иттеләр, – ти райондың хакимиәт башлығы урынбаѕары Зариф Ушанов.
Халыҡтың рухи күтәренкелеге аңлашыла – проект һөҙөмтәһендә йылдар буйы башты ауырттырған мәсьәләләр хәл ителәсәк. Муниципалитеттар ҙа ҡәнәғәт – район төҙөкләндерелә. Ә бына проекттың власть органдарына булған «файҙаһын» (халыҡтың, ауылдарҙың социаль мәсьәләләрен көйләүҙән тыш, әлбиттә) министр ҙа билдәләп китте. Халыҡ үҙе йәшәгән ерлектәге проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша – был бер. Икенсенән, гражданлыҡ әүҙемлеге арта. Өѕтәмә аҡса йәлеп итеү – өс. Өѕтөнлөклө ысынбарлыҡты асыҡлау мөмкинлеге – дүрт.
Быйыл проектҡа Башҡорт­ос­тандың көньяҡ-көнсығыш райондарындағы ете муниципалитет ҡына йәлеп ителһә, киләсәктә программа республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә тормошҡа ашырыласаҡ. Евгений Маврин әйтеүенсә, еңеүселәрҙән бер аҙға ғына ҡалышҡан проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 10 миллион һум самаһы аҡса бүлеү ҡарала. Тимәк, тағы бер нисә ауыл биләмәһе халҡының үҙәгенә үткән проблемаһы ыңғай хәл ителәсәк.



Вернуться назад