Ошо көндәрҙә Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов производстволағы бәхетһеҙлек осрағында һәм һөнәри ауырыуҙан зыян күргән кешеләргә автомобиль асҡысы тапшырҙы.
Тантанала 12 кеше “Lada Granta” еңел машинаһына эйә булды. Әлеге махсус транспорт сараһы мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән.
2001 йылдан алып Фондтың төбәк бүлексәһе ошондай 855 автомобиль алыуға 116,7 миллион һум аҡса бүлгән. Страховкаланған 9 кешегә автомобиль икенсегә тапшырыла. Бынан тыш, производствола имгәнгән кешеләргә йыл һайын төрлө шифаханаларға путевкалар, ял осорона өҫтәмә түләүле отпуск бирелә, барыу һәм ҡайтыу юлы өсөн сығымдар ҡаплана.
Бөгөн республикала 10 меңгә яҡын кеше мотлаҡ социаль страховка иҫәбенән түләүҙәр ала. Алты ай эсендә генә Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе ошо маҡсатҡа 430 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.