42-се ҡатта кемдәр йәшәр?09.08.2014
Өфөнөң Октябрь проспектында 42 ҡатлы йорт һалына. Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Филиппов матбуғат конференцияһында ошо турала хәбәр итте.


– Әле бер нисә проект тормошҡа ашырыла. Улар Өфөнөң ысын биҙәгенә әүереләсәк. Биналарҙың береһе Октябрь прос­пектында, элекке трамвай ҡулсаһы биләмәһендә урынлашҡан. Был ер участкаһы башта муниципаль милеккә ҡайтарылды, унан һуң сауҙалашыу барышында төҙөүселәрҙең береһенә 305 миллион һумға һатылды. Төҙөүсе ошондағы һүтелергә тейешле “Миҙгел” магазинын да һатып алды, — тине Александр Филиппов.
Әлеге биләмәлә дөйөм майҙаны 75 мең квадрат метр тәшкил иткән, торлаҡ һәм офис бүлмәләренән торған комплекс һалына. Өс кимәлле ер аҫты ҡуналҡаһында 1 200 урын ҡаралған. Төҙөүсе компанияның сайтында билдәләнеүенсә, “Дүрт миҙгел” тип аталған комплекс биләмәһендә супермаркет, фитнес клубы, балалар баҡсаһы, медицина, сауҙа, шулай уҡ бизнес үҙәктәре урынлашасаҡ. Эске ихатаны ял, балалар майҙансыҡтарына, йәйәүлеләр юлаҡтарына бүлеү күҙаллана.
Александр Филиппов яңы бина эргәһендәге биш ҡатлы йорттарҙың киләсәге хаҡында ла һөйләне. Әле уларҙы һүтеү һәм урынына күп ҡатлы торлаҡ төҙөү мәсьәләһе ҡарала.



Вернуться назад