Республика Хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттары раҫланды.
Ай һайын аҡсалата компенсация алыусыларға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә сығымдар һәм ошоға бәйле субсидия ҡайтанан ҡарала.
Яңы стандарттарға ярашлы иҫәпләнгән компенсация һәм субсидия күләме юғарыраҡ булған граждандарға улар июль һәм август өсөн яңынан иҫәпләнә. Был күрһәткес кәмегән осраҡта яңыса түләү сентябрҙән тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, көҙҙөң тәүге айынан башлап халыҡтың социаль-демографик төркөмдәре буйынса йәшәү минимумы дәүмәле лә иҫәпкә алына. Компенсация һәм субсидия күләмен ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн махсус мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй. Яңы стандарттар менән Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының сайтында танышырға була.