Төҙөүселәргә рәхмәт белдерелде09.08.2014
Рөстәм Хәмитов Төҙөүселәр көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Ул төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрам менән ҡотлап, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының быйыл 70 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәге хаҡында белдерҙе.

– Беҙ — республикалағы 4 миллион халыҡ — уртаҡ йортобоҙ булған Башҡортостанда рәхәт йәшәйбеҙ. Ошо йортобоҙҙоң ныҡлы һәм ышаныслы булыуына күп йәһәттән һеҙҙең дә хеҙмәт һалынған. Республика халҡы исеменән сифатлы торлаҡ, мөһим етештереү һәм социаль объекттар өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ҙур үҙгәрештәр кисерә. Төҙөүселәрҙең тырышлығы менән ҡала, ауылдарыбыҙ күркәмләнә. Башҡортостан бер ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде. Бөгөн беҙҙә дөйөм майҙаны 2,5 миллион квадрат метрҙан ашыу 650 күп ҡатлы йорт, шул иҫәптән Өфөлә 170 йорт һалына, 5 миллион квадрат метрлыҡ 55 меңдән ашыу шәхси торлаҡ төҙөлә.
Рөстәм Хәмитов һуңғы дүрт йыл эсендә төҙөлөш комплексының үҫешкә өлгәшеүен билдәләне.
— 9 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ сафҡа индерелде. 58 балалар баҡсаһы, 26 мәктәп, дауаханалар, клуб һәм мәҙәниәт йорттары, 17 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 спорт ҡоролмаһы, 7 бассейн һәм башҡа әһәмиәтле социаль объекттар барлыҡҡа килде, — тине ул.
Сығышының аҙағында төбәк башлығы тармаҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.



Вернуться назад