Ҡарлуғастар төйәгендә09.08.2014
Динә Талхина һүҙҙәре,
Гөлдәр Ишҡыуатова көйө.
Эсәр һыу, һулар һауаңды
Уйла, хәстәрлә, кеше.
Һыуың, һауаңды ҡурсалау,
Хәстәрләү – һинең эшең.
Көмөш һыулы күлдәреңдә
Парлы аҡҡоштар йөҙһөн.
Ҡарпып торған балыҡтарҙы
Шаян малайҙар һөҙһөн.
Аҡбуҙат сырҡырап сапһын
Ҡылғанлы дала буйлап.
Мәңге йәшә һин, кешем,
Илең, ереңде уйлап.
Ҡушымта:
Торналарҙың моңло йыры
Һибелһен тыуған ергә.
Ҡарлуғастар төйәгендә
Йәшәйек бергә-бергә.