Йәйҙең ҡыҙыу мәлендә мәктәбебеҙҙә “Тиктормаҫтар” исемле көндөҙгө лагерь эшләне. Унда беҙҙе журналистика серҙәренә өйрәттеләр.
Лагерҙа һигеҙ отряд ойошторолдо. Һәр береһе ниндәйҙер редакцияның исемен алды, девиз, йыр уйлап тапты, мөйөш булдырҙы. Йәш журналистар өсөн райондың “Путь Октября” гәзите хеҙмәткәрҙәре төрлө ижади конкурстар, осрашыуҙар, “оҫталыҡ класы” ойошторҙо. Һәр “редакция”ға үҙ мәҡәләһендә айырым темаларҙы сағылдырыу бурысы ҡуйылды. Күмәкләп тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсияға ла барып килдек.
Спорт майҙансығында күңелле старттар, уйындар уҙҙы, кинотеатрға, бассейнға йөрөнөк. Асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсы айырыуса күңелле үтте.
Шул уҡ ваҡытта уйнап ҡына йөрөмәнек, ә эшләнек тә. Мәҫәлән, “Йәшел десант” акцияһында ағастарға һыу ҡойҙоҡ, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарттыҡ, унда һәр бала ихлас ҡатнашты. Ашнаҡсылар иһә беҙҙе көн дә тәмле ризыҡ менән һыйланы.
Элина КҮЛСЕБАЕВА,
4-cе мәктәп уҡыусыһы.