Көтөп алған йәйге каникулығыҙҙың бер өлөшөн һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөндә, йәмле Ағиҙел буйында үткәрер инегеҙме, дуҫтар? Әлбиттә, тиерһегеҙ. Ә бына Бөрйән районы уҡыусылары бындай хозурлыҡта йыл да кинәнә.
Ундағы Күҙәмбәт туғайында урынлашҡан “Ағиҙел” балалар лагеры йәй дауамында гөрләп эшләй. Әйткәндәй, бөрйәндәр генә ял итмәй бында, тәбиғәт ҡосағына республиканың башҡа район-ҡалаларынан да килеп етәләр.
– Тәүге ике сменала бергә ике йөҙҙән ашыу бала ял итте, – ти лагерҙың етәксеһе Әхәт Әбдрәхимов. – Өсөнсөһөнә йөҙ самаһы уҡыусыны ҡабул иттек. Ялды күңелле лә, файҙалы ла итеп уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған “Ағиҙел”дә. Спорт майҙансығының, биләмәләге сәхнәнең буш торғаны юҡ тип әйтерлек. Тәүге сменала ял иткән балалар Ағиҙелдә көн дә һыу инеп кинәнде. Июлдә иһә, һауа торошоноң бер аҙ “үпкәләп”, “асыуланып” алыуы сәбәпле, ундай мөмкинлек булманы. Шуға ҡарамаҫтан, лагерҙа тормош гөрләп торҙо.
Икенсе сменала ял иткәндәргә умартасылыҡ серҙәренә өйрәнеү бәхете тейгән икән. Балалар яҡындағы Янһары ауылы мәктәбенең умарталығында дәрес алған. Лагерҙың өлкән вожатыйы Гөлнара Шәмиғолованың әйтеүенсә, бындай сараның төп маҡсаты – йәш бөрйәндәрҙе тыуған яғының байлығын һаҡларға әйҙәү, ата-бабанан ҡалған кәсептәрҙе дауам итеү мөһимлеген аңлатыу.
– Һәр төбәктең матур киләсәге – уның йәш быуыны ҡулында, – ти Гөлнара Ғәфүр ҡыҙы. – Ошоно белеп үҫһендәр өсөн лагерҙа ял итеүселәрҙе экскурсияларға йыш алып сығабыҙ. Балалар, мәҫәлән, заповедникка, Шүлгән мәмерйәһенә, музейҙарға, Инсебикә ҡаяһы янына сәйәхәткә ҙур ихласлыҡ менән йөрөй. “Ошо ерҙәрҙең байлығы киләсәктә тап һеҙҙең хәстәрлеккә мохтаж буласаҡ” тигән һүҙҙәребеҙҙе, туризмға бәйле кәңәштәребеҙҙе етдилек менән тыңлай.
“Ағиҙел” тәжрибәле вожатыйҙар, тәрбиәселәр менән тәьмин ителгән. Мәҫәлән, Таңсулпан Ғәбиҙуллина бында етенсе йыл эшләй.
– Мәктәптә отпуск бирелеү менән лагерға юлланам, – ти ул. – Йәйҙе ошо лагерҙан, унда ял иткән балаларҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Өҫтәүенә эш хаҡы ла байтаҡ – баланы яңы уҡыу йылына әҙерләргә ҙур ярҙам.