Июлгә тиклем почта йәшнигемә гәзит-журналдарҙы урыҡ-һурыҡ, онотҡанда бер килтерҙеләр. Йыш ҡына яңылыҡтар менән танышыуҙан, башҡа төрлө ҡыҙыҡлы мәҡәләләр уҡыуҙан мәхрүм ҡалдым. Бының нимәгә бәйле икәнен — почта етәкселегенең эште дөрөҫ ойоштормауынамы, әллә бүтән сәбәпкәме — аңламаным. Һорашһам да, аныҡ ҡына яуап биреүсе табылманы.
Бер көндө “Башҡортостан”ды ҡараштырып ултырғанда, яҙыусы Барый Ноғомановтың яҙмаһы иғтибарымды йәлеп итте. “Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналға йортома яҡын урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киоскыһында яҙылам, унда бер һаны ла юғалмай. Ҡасан теләйем, шул ваҡытта барам да алам”, — тигән ул. Уның өлгөһөнә мин дә эйәрҙем һәм яңылышманым. Хәҙер баҫманың һәр һаны үҙ ваҡытында ҡулыма эләгә.
Ғөмүмән, “Башҡортостан” — Ер йөҙөндә аҙнаһына дүрт тапҡыр сыҡҡан берҙән-бер башҡорт гәзите. Шәхсән мин журналистар Динә Арыҫланова, Минзилә Ғабдрахманова, Мәхмүт Хужин һәм башҡаларҙың төплө мәҡәләләрен яратып уҡыйым, көтөп алам.
Сәнә САБИРЙӘНОВА,
хеҙмәт ветераны.