Бәхет хаҡы фатирмы?!09.08.2014
Миңә лә олоғайыу етә, туғандар. Башҡаларҙың етешһеҙлеген күреү сифатының көсәйә барыуы ла быға дәлил. Ниһайәт, “Бәхет хаҡы”н ҡарау бәхетенә өлгәштем. Быға тиклем йә “билет юҡ”, йә “ваҡыт юҡ” һылтауы табылып торҙо.


”Юҡ, артистарҙың уйынына, моңло йырҙарға, декорация­ларҙың йылдам алмашыныуына һоҡланып хискә бирелдең”, – тип оран һалды кире сифаттарым. “Ана, ҡара, яратҡан прималарың геройҙарының һүҙҙәрен онота, ара-тирә тотлоға, импровизацияға күсеп китә. Элекке Заһир менән Ғәлиә түгел инде улар ҙа”, – тип теш ҡорто һөжүмгә күсте. “Эх, һеҙ, нәфсе аҙҙырыусы тойғолар! Ысын алтынға нәжес йоҡмай ул. Китегеҙ, зинһар, йырағыраҡ китеп тороғоҙ әле. Бында рухи ҡим­мәттәрҙең өҫтөнлөгөн иҫбатлаусы тамаша бара. Зариф, За­һиҙә, Азат, Зөһрәләр үҫеп еткән, ролдәрен хайран ҡалырлыҡ башҡаралар. Мәңгелек проблемалар хәҙерге ваҡыт көҙгөһөндә яҡтыртыла. Иҫ киткес шәп тамаша, замана спектакле”, – тип ыңғай сифаттарым да бирешмәй. “Проблема тигәндән, ул төшөнсә башҡортса “мәсьәлә” тип әйтелә. Башҡорт телендә урыҫ һүҙҙәрен ҡушып һөйләү тормошта ғына түгел, сәхнәне лә шул тиклем ныҡ баҫты хәҙер. Бер нисә күренештә ҡулланылған “пока, пока” урынына яһалма тауыш менән әйтелгән “хуш, йәнем” һүҙҙәре Альбинаның иренә булған мөнәсәбәтен сағы­уыраҡ күрһәтер ине. Аңламаҫһың, театр теленең урыҫлашыуы “халҡымдың тел проблемаһын асып һалыу”мы, әллә инде “өлгәшелгәнде нығытыумы?”
Ә тамашаның һуңғы күренеше кире сифаттарҙы тулыһынса еңеүсегә сығарҙы. Ул күренеш бөтөнләй кәрәкмәйҙер, моға­йын. Альбинаның фатирҙан ҡолаҡ ҡағыуын алдараҡ – уның фатир асҡысын тәҙрә тупһаһына һалып сығып китеүенән, васыятнамә төҙөү өсөн адвокат саҡыртыласағынан, Зариф Хәсәновичтың Зөһрәне үҙенең ҡыҙы икәнен төшөнөүенән билдәләп була. Адвокат аша васыятнамә һәм үлгән атайҙан хат алып уҡығансы, алдағы күренештә Зөһрә: “Атай, һин бар! Мин шундай бәхетле!” – тип әйтһә, һис шикһеҙ, бөйөк композиторҙың яңғыҙ булмауын, тәүге мөхәббәт емеше – ҡыҙының бәхете менән бәхетле булыуын аңлап, ыңғай сифаттарым тантана итер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улай булманы.
“Матди байлыҡ рухи байлыҡтан өҫтөн ҡуйылған заманала йәшәйбеҙ шул. Ысын ҡиммәттәрҙең хаҡын белмәйбеҙ. Бәлки, белергә теләмәйбеҙҙер. Фатир ҙа булдымы бәхет?” – тигән уй менән, башымды баҫып, мәрмәр баҫҡыстан түбән, гардероб­ҡа табан атланым. “Дүртенсегә йорт-фатир алыштырғас, бизмәнең икенсе” – нәфсе ҡорто һаман битәрләй. “Бәлки, шулайҙыр. Тик, мин уларҙы хәләл көсөм менән таптым, атайҙың кәңәш-ярҙамында үҙ ҡулым менән төҙөнөм. Дәүләт биргәнен йәки атай үлгәнен көтөп ултырманым. Ә бына донъя малы, вазифа-дәрәжә, дан-шөһрәт артынан ҡыуып, ҡаты­ныма, балаларға, әсәйемә, туғандарыма иғтибарҙы етерлек бүләмме? Атайымдан алған тормош һабағын улыма еткерә алдыммы? Мәрхүм атайым минән риза булып киттеме икән? Ысын ҡиммәттәр нимә ул?”
Минең “ыңғай” һәм “кире” тойғолар үҙ бәхәсен дауам итеп, “Бәхет хаҡы” уйҙарымды артабан тағатты. Иҫ киткес шәп тамаша!
Рөстәм НУРИЕВ,
тамашасы.



Вернуться назад