Борай районының Әжәк ауыл биләмәһендә ошо йылдарҙа ғына өс кеше 100 йәшкә етте. Уларҙың икәүһе Әжәктән булһа, береһе – Алдар ауылынан.
Уҙған быуаттың 14-се йылында Алдар ауылында Тәғәрифулла ағай ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килә. Һөйөнөстәренең иге-сиге булмаған ата менән әсә уға “юғары, өҫтөн” тигәнде аңлатҡан Миңлемәрфуға исемен ҡуша. Тәүге бала ҡыуаныстың ҙурыһын, шатлыҡтың ысынын татыта йәштәргә. Ун йыл буйы үҙен генә иркәләйҙәр, сөнки һеңлеһе Райхан – 1925, ә ҡустыһы Фәтих 1927 йылда ғына тыуа (улар ҙа һикһән йәшкә етеп, оҙон ғүмер кисереп, баҡыйлыҡҡа күсте).
Һәр ауыл балаһы кеүек үк бөтә эшкә өйрәнеп, әсәһенең уң ҡулы булып үҫә Мәрфуға. Тәрбиәле, күркәм холоҡло һылыу 1933 йылда ошо уҡ ауыл егете Сәлихйәнгә кейәүгә сыға, бер-бер артлы биш бала таба. Иренә кәңәшсе, ярҙамсы булып, тормоштарын көйлө генә көткәндә, бөтә илде ҡара ҡайғыға һалып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Мәрфуға Сәлихйәнен башҡалар менән бергә ут эсенә оҙата.
Аслыҡ йәнде өшөтә, һуғыш ваҡытында балаларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу, ҡәйнә, ҡайынһеңлене бағыу йәш ҡатын өҫтөндә була. Ул йылдарҙағы ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшкән ауыр тормош, колхоз эше, фронт өсөн барған тылдағы көсөргәнешле хеҙмәттең йәндәрҙе тетрәндерерлек булғанлығын бөтәбеҙ ҙә белә һәм аңлай.
Ҡурҡыныс төш кеүек һуғыш артта ҡала, балаларҙың атаһы, һәр ғаиләнең шул саҡтағы оло хыялын тормошҡа ашырып, иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Биш баланың һәм тағы ла тыуасаҡ бишеһенең бәхете, Мәрфуғаһының тоғро һөйөүе ут эсенән алып сыҡҡандыр уны.
Йылдар ауыр булһа ла, бирешмәйенсә тырышып донъя көтә улар. “1951 йылда ғына икмәкте ауыҙ тултырып ашай башланыҡ”, – тип хәтерләй Мәрфуға әбейҙең балалары. Көн аралаш мейес төбөнә 11 икмәк һала, төн ултырып ойоҡ-бейәләй бәйләй әсә кеше. Атайҙары колхозда һуғышҡа тиклем – келәт мөдире, унан ҡайтҡас, ферма мөдире вазифаларын башҡара. Лайыҡлы ялға сыҡҡас та, 15 йыл дауамында халыҡтан һөт йыя. Уның вафатына ла 21 йыл инде.
Күп балалы ғаиләлә бер-береһен ҡарашыу, ярҙамлашыу, туған йәнлелек сифаттары, хеҙмәттең матур, етеш тормош сығанағы икәнен аңлап үҫеү Сәлихйән менән Мәрфуғаның ҡыҙ һәм улдарына ғүмерлеккә һеңеп ҡала. Йәй көндәре кесерткән йыйып, уны киптереп, килоһын 40 тингә тапшырып, балалар ҙа өҫ-башты йүнәтеү өсөн аҡса эшләй. Атай-әсәй тапҡанды ғына көтөп ултырһаң, әлбиттә, үтә лә ауырға тура килер ине.
Мәрфуға инәйҙең балалары менән әңгәмәләшкәндә: “Атайығыҙҙың һеҙҙе тәрбиәләгәндә ниндәй һүҙҙәр ҡулланыуын хәтерләйһегеҙме?” – тип һораным. “Уның ни әйтергә теләгәнен һүҙҙәре түгел, күҙҙәре аңлата ине. Ҡарашынан бөтәһен дә төшөнөп тораһың. Өлгөлө атай булды. Әсәйебеҙ менән икеһе лә матур йәшәү өлгөһөн аңлатып үҫтерҙеләр”, – тип яуапланы улар. Эйе, ун баланың (бер малайҙары вафат) бөтәһе лә йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, һоҡланырлыҡ ғаилә ҡорған, йәмле итеп донъя көтә. Был тыуған оя тәрбиәһенең йоғонтоһо, әлбиттә.
Мәрфуға инәйҙең йәмле йәй айҙарында 100 йәшлек юбилейын билдәләргә балалары илебеҙҙең төрлө төбәгенән ҡайтты. Юбилярҙы оло ғүмер байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рифат Шафиҡов, райондың ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Хәтмулла Әхмәҙишин, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Йәнгирова, Әжәк ауыл биләмәһе башлығы Айрат Мөхәйәров килде. Улар тәбрикләү һүҙҙәрен әйтеп, 100 йәшлек инәй менән ғорурланыуын белдерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Районыбыҙҙың даны – хеҙмәт һәм тыл ветеранына Рифат Заһит улы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм район хакимиәте башлығы Борис Нурисламовтың ҡотлау хаттарын тапшырҙы:
– Мәрфуға Имаметдинова кеүектәр – бөгөнгө көндөң, тыныс тормоштоң нигеҙен һалған кешеләр. Ундайҙарҙың һәр береһенә һәйкәл ҡуйырлыҡ! – тип һоҡланыу ҡатыш ололау һүҙҙәрен еткерҙе етәксе.
100 йәшлек инәйебеҙҙең бер ҡасан да дауаханала ятҡаны булмаған. Тынғыһыҙ кешенең сабырлығы, ваҡ сырхауҙарға иғтибар итмәүеме, әллә тәбиғәттән бирелгән ныҡлы һаулығымы (ҡолағының бер аҙ насар ишетә башлауын иҫәпкә алмағанда) быға сәбәп? Тәүге балаһына 80 йәш инде инәйҙең. Бөтәһе лә әсәй тип өҙөлөп тора. Бәхетле әсәнең көйөнөргә уйында ла юҡ. “Ҡыҙым килә, улым ҡайта”, – тип намаҙлығында изге теләктәр теләп, доғаларын уҡып ҡына ултыра. Туғыҙ балаһы менән алтмыштан ашыу ейән-ейәнсәре уның йылыһын тойоп йәшәй, хәлен белешеп тора. Йәй ҡыҙҙары ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөтһә, ҡышын Данил улында була. Килене лә үҙе кеүек уңған, тынғыһыҙ, әҙерләгән ризыҡтары килешә, тап ҡәйнәһенеке кеүек уңып бешә. Һикһән йәштән уҙған әсәһе менән ҡәйнәһен бөтә ихласлығын биреп ҡарай ул. Яҡшы тәрбиә, йылы өй, наҙлы ҡараш – олоғайған көндә һәр кешегә лә иң кәрәклеһе.
Зиһене теүәл, хәтере яҡшы, ҡарап тороуға 85 йәштәрҙән дә артыҡты биреп булмай инәйгә. Яғымлы йөҙө, наҙлы һүҙҙәре, арҡанан тупылдатып һөйөүе күңелдәргә рәхәтлек бирә.
– Шифалы шишмә һыуын эсеп, йортоғоҙҙа етештерелгән ризыҡтарҙан аш-һыу әҙерләп ашаһағыҙ, бер минут та тик тормай файҙалы эш менән шөғөлләнһәгеҙ, өйөгөҙ ҙә, йорт-ерегеҙ ҙә сәскәләй балҡып торһа, игелекле балаларығыҙ күп, уйҙарығыҙ изге булһа, һеҙ ҙә 100 йәшкә етерһегеҙ, – тине, ихлас йылмайып, иң бәхетле ҡатындарҙың береһе. – Ауылда, саф һауала тәбиғәт ҡосағында йәшәнек, сабыр ғына тормош иттек, үҙебеҙ тураһында уйларға ваҡыт та булманы. Әле лә балаларыма, кешеләргә гел изгелек кенә теләп үтә көндәрем. Күгебеҙ бер үк тыныс булһын, ил ағаларына сабырлыҡ бирһен Хоҙай.