Ҡара сиңерткәгә бирешмәнек08.08.2014
Башҡортостандың өс райо­нын­да ҡоротҡос бөжәк ябырылыу арҡа­һында иғлан ителгән ғә­ҙәттән тыш хәл яйға һалын­ды.


Хәйбулла һәм Учалы райондары­ның хакимиәт башлыҡтары махсус бойороҡ сығарҙы. Ғәҙәттән тыш хәл режимы Белорет районында ла ғә­мәлдән сыҡты. Әле Баймаҡ, Йы­лайыр райондарында ғына кө­сөр­гә­нешлелек һаҡлана. Баймаҡта ҡоротҡостар 80 мең гектар май­ҙан­ды баҫып алған булһа, шуның 34,8 мең гектары (43,5 процент) химик ысул менән эшкәртелгән. Бер квадрат метрҙағы ҡоротҡос бөжәктәрҙең һаны 25 – 80 берәмеккә етә. Ҡара сиңерткә һигеҙ ауыл Советы баҫыу­ҙа­рына зыян килтергән.
Йылайырҙа иһә ҡоротҡостар 7 мең гектар майҙанды яулап алған. Химик эшкәртеү 6,5 мең гектарҙа (93 процент) башҡарылған. Ҡорот­ҡостар, дөйөм алғанда, был район­дағы 2 300 гектар сәсеүлек­кә 5 мил­лион һумлыҡ зыян кил­тергән.
Ике районда ғәҙәттән тыш хәл режимы махсус бойороҡ сыҡҡанға тиклем һаҡланасаҡ.



Вернуться назад