Бөртөкләп йыйыла иген08.08.2014
Бөртөкләп йыйыла иген
Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ Хәйбулла баҫыуҙарын төрлө һынау алдына ҡуйһа ла, бирешмәй ауыл эшсәндәре: бесәнен дә әҙерләй, игенен дә урып һуға.

Бөгөн район буйынса 2 мең 210 гектар майҙанда иген культуралары яҫмаға һалынған, шуның 1 мең 466 гектарында урып һуғыу тамамланған. Тулайым йыйым 1910 центнер тәшкил итә, гектар ҡеүәте – 13 центнер. Бер үк ваҡытта районда мал аҙығы әҙерләү кам­панияһы уңышлы бара. Әлегә 29 мең тонна бесән әҙер­ләнгән, һәр шартлы баш малға 20,3 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған да инде. Шулай уҡ сенаж һәм силос әҙерләүҙә лә йылдамлыҡ күҙәтелә.
Төбәктә тәүгеләрҙән булып ураҡҡа төшкән Урал Закировтың крәҫтиән (фермер) хужалығында ла эш ҡайнай: бында ужым арышын сабыу менән мәшғүлдәр. Йыл өсөн гектар ҡеүәте насар түгел: төшөм — 15 центнер. Ураҡта хужалыҡтың ике “Енисей 1200” комбайны эшләй, йәмғеһе биш берәмек техника йәлеп ителгән.
Ҡасандыр 50 гектар майҙанда иген сәсеп эш баш­лаған фермер Урал Әзһәр улы бөгөн райондың аг­росәнәғәт комплексында ҡеүәтле хужалыҡтарҙан һа­нала. Йәй ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, йыл һайын ул үҙе сәскән иген культураларынан яҡшы уңыш ала, күптәргә өлгө күрһәтә. Яҙын Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарына 400 тоннанан ашыу иген орлоғо һатып, яңы комбайндар алыуға өлгәшкән.
– Иртә яҙҙан көн һайын ямғыр теләп йөрөһәк тә, әлегә яуындың булмауы хәйерле, – тип шаяртып ҡаршыланы беҙҙе Урал Закиров. – Көндәр яҡшы торғанда тиҙ арала урып йыйыуҙы тамамларға иҫәп. Ужым арышын тәүге йыл сәсеүемә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләр ҡыуандыра. Ана, башаҡтарҙың елгә нисек тулҡынланып ултырыуын күрәһегеҙме?!
Ошо көндәрҙә арыш менән эште теүәлләп һолоға төшөргә уйлайҙар. Әйткәндәй, быйыл республика Хө­күмәте тарафынан бүленгән субсидия иҫәбенә элиталы ҡаты бойҙай сәскәндәр икән.
Көндәрҙең бер аҙ һыуытып алыуы арҡаһында иген культуралары тейешенсә өлгөрөп етмәһә лә, әле ҡапыл йылытып ебәреүе игенселәрҙе ҡыуандыра. Аҙна-ун көндән бөтә ашлыҡты йыйып алырға мөмкин буласаҡ, тик көндәр генә аяҙ торһон, ти улар.
Урал Закировтың хужалығында 60 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Фермер мал аҙығын етерлек әҙерләгән, шәхси хужалыҡтарҙан һораусылар булһа, уларға ла һата. Әйткәндәй, йыл һайын үҙе ҡуртымға алған пай ерҙәренең хужаларына ашлығынан да, бесәненән дә өлөш сығара.
“Россельхознадзор”ҙың райондағы филиалы етәк­сеһе Вил Рәхмәтов әйтеүенсә, тап Урал Закиров кеүек ерҙе яратҡан фермерҙар ғына, йылдың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, юғары уңыш алыуға һәләтле. Ундайҙар яҙлы-көҙлө баҫыуҙан ҡайтып инмәй, ер ҡәҙерен белә, иң мөһиме – игенсе хеҙмәтенә тоғро.


Вернуться назад