ОСТО, ОСТО… ҠЫЙЫҠТАР ОСТО!08.08.2014
Эштән һуң ауылға ҡайтып әйләнергә булдым. Алдан һөйләшелгәнсә, юл ыңғайы бер ауылдашты ла ултыртып алыу ниәтендә машинам менән ул йәшәгән йорт алдына килеп туҡтаным. Ауылдаш телефонынан: “Хәҙер сығам”, – тиһә лә, юлдашымды бер сәғәткә яҡын ваҡыт көтөргә тура килде. Фатирынан сығыуын-сыҡты ул, тик йорт ишеге алдынан ары китә алмай тик тора. Аралар ҡул ҡыҫышып күрешерлек кенә лә бит, тик көслө ямғыр менән ҡот осҡос ел әлеге араны, әйтерһең дә, километрҙарға һуҙҙы ла ҡуйҙы. Өҫтәүенә аяҡ аҫтын 30 сантиметр самаһы тәрәнлектәге һыу баҫты. Кеше аҙаштырырлыҡ ҡышҡы бураның ары торһон…

Беҙ генә түгел, бөтә стәрлетамаҡтар ҙа тиерлек, шулай уҡ ишембайҙар, ауырғазылар һәм башҡа бик күптәр тәбиғәттең “бүләгенән ауыҙ итмәй” ҡалманы. Ярай ауылдаш менән күрешә алмай ғына торҙоҡ, ә күптәр бит ҡойон аҫтында ҡалды, урам буйлап ысын мәғәнәһендә билдән булып аҡҡан һыу аша сыға алмай аптыраны. Улай ғына булһа икән: машиналар һыу урта­һында һүнде, юлдарын дауыл һындырып ташла­ған ағастар, бағаналар быуҙы. Ҡыйыҡтар ҙа осто.
Шуныһы аптырата: алдан киң мәғлүмәт саралары аша дауыл хаҡында иҫкәртелһә лә, халыҡ үҙен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙан тартынманы, реклама баннерҙары өсөн тәғәйенләнгән конструкциялар аҫтында ла йөрөнө, асыҡ һауала булды, руль артынан да төшмәне… Эш үткәс, башты тотоу менәнме ни, ваҡытында ғүмеребеҙ хаҡында уйланмағас? Ярай әле “тәбиғәт бүләге” фажиғәһеҙ үтте, матди зыян ғына килтереп өлгөрҙө.
Тағы бер нәмәгә иғтибар итмәй булмайҙыр: ямғырҙан йыйылған һыу урамдарҙан хатта икенсе көндө лә китеп бөтмәгәйне әле – һәр хәлдә, стәрлетамаҡтар һыуҙы тубыҡтан кисеп йөрөнө. Тимәк, был йәһәттән дә уйланаһы бар әле беҙгә.


Вернуться назад