УЛАР МАТУРЛЫҠ ТӨҘӨЙ08.08.2014
УЛАР МАТУРЛЫҠ ТӨҘӨЙ Кисә Республика йортонда һөнәри байрамдары алдынан төҙөүселәрҙе тәбрикләнеләр. Был юлы хеҙмәт алдынғыларына Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

– Һеҙҙең тырышлығығыҙ һө­ҙөм­тәһендә ауылдарыбыҙ, ҡа­ла­ларыбыҙ матурая, йәшәү шарт­тары яҡшыра, – тип ҡотлау телмәрен башланы ул. – Рес­публикабыҙҙың иҡтисади һәм социаль өлкәләренең үҫешендә лә хеҙмәтегеҙ ҙур. Башҡортос­тан бөгөн торлаҡ төҙөп сафҡа индереү, был тармаҡта яңы тех­нологиялар ҡулланыу бу­йын­са илдә алдынғыларҙан иҫәп­ләнә.
Сергей Молчанов белдере­үенсә, республиканың төҙөлөш өлкәһендә 100 меңгә яҡын кеше хеҙмәт итә. Әле Башҡортостан торлаҡ төҙөү буйынса Рәсәйҙә алтынсы урында торһа, Волга буйы федераль округында беренселекте бирмәй, тине ул.
Һуңғы дүрт йыл эсендә тө­бәктә 9 миллион квадрат метр самаһы торлаҡтың сафҡа ин­дерелеүе – ҙур ҡаҙаныш. Шул иҫәптән ошо осорҙа йәмғеһе 7700 уҡыусы өсөн мәғариф учреждениелары, 2000 урынлыҡ дауаханалар, 1500 кешелек мә­ҙәниәт усаҡтары сафҡа инде­релгән.
Республикалағы төҙөлөш эш­тәре бының менән генә сик­ләнмәй. Киләһе йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына ҡарата баш ҡала­быҙ­ҙа ғына әллә күпме мөһим объект ҡалҡып сығасаҡ.




Вернуться назад