Мәскәүҙең “Крылатское” Олимпия уҡыу-спорт үҙәгендә байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионаты асылыу уңайынан Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең спорт министры Виталий Мутко һәм Халыҡ-ара каноэ федерацияһы президенты, Бөтә донъя уйындарының халыҡ-ара ассоциацияһы етәксеһе Хосе Перурена Лопез менән осрашты.
Сарала Өфөнө 2021 йылда ХI Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына дәғүә иткән ҡала сифатында күрһәтеү мөмкинлеге тикшерелде. Виталий Мутко билдәләүенсә, Рәсәйҙә спорттың Олимпияға ҡарамаған төрҙәре комитеты ойошторолдо һәм киләсәктә дәүләт кимәлендә ошо спорт төрҙәренә булышлыҡ итеү бурысы ҡуйыла. Министр Башҡортостанды илебеҙҙә спортты үҫтереү флагмандарының береһе тип атаны.
Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Бөтә донъя уйындарын ҡабул итергә теләй, төбәк халҡының 80 проценттан ашыуы ошо фекерҙе хуплай, тип билдәләне.
– Беҙҙә объекттарҙың әҙерлеге юғары кимәлдә. Халыҡ-ара спорт сараларын үткәреү йәһәтенән дә тәжрибәбеҙ ҙур, — тине ул. — Киләһе ете йылда күләмле эш башҡарырға һәм Бөтә донъя уйындарын юғары кимәлдә ойошторорға әҙербеҙ. Ошо сара аша илебеҙҙә элегерәк аҙ билдәле спорт төрҙәрен танытырға, һөнәри һәм күмәк спорт даирәһен киңәйтергә теләйбеҙ. Заявка кампанияһында еңеүгә иҫәп тотабыҙ, әлбиттә.
Хосе Перурена үҙ сиратында сараны үткәреү хоҡуғына бәйгенең башланыуын белдерҙе. Өфөнән тыш, Уйындарҙы үткәреүгә Перуның баш ҡалаһы Лима һәм Американың Алабама штатындағы Бирмингем дәғүә итә.
***
Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының тәжрибә майҙансыҡтарын һәм етештереү цехтарын ҡараны.
Төбәк башлығы институттың эшмәкәрлеге менән танышҡас, генераль директор Евгений Каблов менән предприятие һәм республика Хөкүмәте араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов институттағы ғилми-тикшеренеү һәм фәнни-етештереү комплекстары, заманса иретмәләр һыналған лабораториялар, ҡатмарлы деталдәр эшләү технологияһы, сифатҡа контроль системаһы менән танышты.
Институт илебеҙҙәге байтаҡ авиация предприятиеһы менән хеҙмәттәшлек итә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән дә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашыра.