Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл икенсе кварталда Башҡортостандағы йәшәү минимумы дәүмәле айына 7 243 һум күләмендә билдәләнгән. Тәүге кварталда ул 6 790 һум тәшкил иткәйне.
Был күрһәткес эшкә һәләтле халыҡ өсөн 7 707 һумға, пенсионерҙарға — 5 904, балаларға 7 240 һумға тиң. Рәсәй субъекты кимәлендә билдәләнгән йәшәү минимумы социаль программаларҙы тормошҡа ашырғанда иҫәпкә алына. Уның нигеҙендә аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме билдәләнә.