Ташты тишеп сыҡҡан сәскәләр була08.08.2014
Әҙәм балаһына ҡайһы саҡта шундай ҙур ҡайғы-хәсрәт кисерергә тура килә. Ауыр ваҡыттарҙа нисек түҙергә, көстө ҡайҙан алырға, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Н. БИЛАЛОВА.

Мәсетле районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-лә­һи раббил-ғалә­мин үәс-салә­­тү үәс-сә­лә­мү ғәлә мү­хәм­мәдән үә ғә­лә әли­һи үә әсхә­биһи әжмә­ғин.
Донъя – ул һы­нау йорто, хөрмәт­ле ҡәр­ҙәш­тәр. ­Ал­лаһ биргән һәр көнөбөҙ имти­хандарҙан хасил. Иртәнсәк уянған һәр әҙәм балаһының алдында ике юл тора: беренсеһе – Хаҡ Тәғәләнең рәх­мәтенә өл­гәшеү, икенсеһе – шайтанға эйәреп, ситкә ки­теү. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс, аслыҡ, йәндәрҙең, малдың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынайбыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән”дең “Әл-Бәҡара” сүрә­һендә. Тимәк, бындай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡалмай: берәүҙәрҙең ғаи­ләһенә ҡыйынлыҡ килә, икенселәрҙең мал-тыуары, емеш-елә­ге, донъяһы зыян күрә... Быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә имтихан ҡылыу өсөн ебәрә.
Шул уҡ ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, иң ҙур ауырлыҡтарҙы кисергән әҙәм балаһы ябай кеше түгел: бындай йөк пәйғәмбәр­ҙәргә, Хоҙайҙың иманын, тәрбиәһен, бойо­ро­ғон еткереп тороу бурысын йөкмә­гән­дәр­гә, генә һалына. Ҡорамалдарҙа ла бит меха­низмдың эшендә төп ғәмәлде үтәгән детал­дәр айырым сыныҡтырыла, уларға ныҡлы тикшереү уҙға­ры­ла.
Әҙәм балаларының күбеһе ҡайғы-хәс­рәт­те күтәрә алмай, һәм был, әлбиттә, уларға ауырыу булып ҡайта. Бындай саҡтарҙа до­ға­ларға мөрәжәғәт итһәң, сабыр булһаң, Хо­ҙай Тәғәлә рәхмәтен насип ҡылыр. Ал­лаһ­тың биргәненә шөкөр итеп йәшәргә тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Тормош гел генә ауырлыҡтан да тормай, уның артынан еңеллек тә килә. Миҫал өсөн йылдың дүрт миҙгелен алып ҡарайыҡ. Улар­ҙың һәр береһенең үҙ йәме, бәрәкәте бар. Ауырлыҡтары ла күп. Шуларҙы ваҡы­тында лайыҡлы күтәрә белһәң, мәҫәлән, эҫе йәйҙә сыҙамлылыҡ, тырышлыҡ менән мал аҙығы әҙерләһәң, ҡышты тыныс үткәрер­һең.
Ҡайғы-хәсрәтте, мәшәҡәтте сабыр уҙға­рыу тик ултырыу тигәнде түгел, бәлки, ошо ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләү зарурлығын аңғарта. Мәҫәлән, йөҙә белмәгән кеше һыуға ҡолап төшһә, батыуы ихтимал. Әгәр инде ба­ҙап ҡалмайынса аяҡ-ҡулын хәрәкәт иттерһә, йәшәргә ынтылһа, әкренләп ярға килеп сығасаҡ.
Күсер ҡоштарға ҡарағыҙ: тормошто да­уам итеү, бала сығарыу өсөн күпме юл үтә улар! Хатта ки асфальтты тишеп сыҡҡан үләндәр, сәскәләр, ташлы ҡаялар араһында ҡыҫылып булһа ла үҫеүен дауам иткән ағас­тар бар бит! Ошоларҙы ғына алып ҡара­ғанда ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күңелдәге йәшәү көсөн һүндермәҫкә бурыслыбыҙ. Тормош юлы бормалы, Аллаһ Тәғәлә уның, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ҡыйын саҡ­тарҙа ярҙам итешеп, шатлыҡ-ҡайғыны ур­таҡ­лашып үтергә, сабыр, түҙемле, ны­ҡыш­мал булырға насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад