Ҡәрҙәштәребеҙ менән кинәнеп аралаштыҡ08.08.2014
Изге Рамаҙан айында Баш­ҡортостанға Төркиәнән имамдар килде. Ҡунаҡтарҙың икәүһе Мәсетле районында булды.
Улар – Ҡөрьән-хафиздар, йәғ­ни изге китапты яттан беләләр. Хөрмәтле ҡунаҡтар Мәсетле ауыл­дарының иман йорттарына йөрөп ифтар ҡылды, тәрәүих намаҙҙары уҡыны, вәғәздәр һөй­ләне. Халҡыбыҙ уларҙы ҡыуа­нып ҡаршы алды, матур итеп оҙатты. Мәҫәлән, бәләкәй генә Ғүмәр ауылында ҡәрҙәштәребеҙ менән олоһо ла, кесеһе лә ихлас аралашты, киске намаҙҙы бергә­ләп уҡып, кинәнеп таралышты.
Иншаллаһ, киләсәктә бәйлә­нештәр тағы ла нығыныр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фәнис хәҙрәт ҒӘББӘСОВ,
Ғүмәр ауылы мәсетенең имам-хатибы.



Вернуться назад