(Хаж ҡылырға йыйынғандарға кәңәштәр)
Мосолмандар тағы ла хажға йыйына, иншаллаһ. Ҡәрҙәштәребеҙ был изге ғибәҙәтте дөрөҫ, еренә еткереп үтәһен тигән ниәт менән уларға кәңәштәремде еткермәксемен.
Хаж – экскурсия түгел, ә тән, рух өсөн ауыр хеҙмәт. Хаҡы ла ҡиммәт. Элекке кеүек айҙар буйына йәйәү барырға тура килмәһә лә, “юл ғазабы – гүр ғазабы” тигәндәй, еңел түгел. Айырыуса минең һымаҡ өлкән йәштәгеләр өсөн. Ауырлыҡтарға бирешмәҫ өсөн, әлбиттә, алдан үҙеңде һәр яҡлап сыныҡтырырға кәрәк. Юлда айырыуса сабырһыҙлыҡ тигән насар ғәҙәт асыҡ күренә.
Йәшерәктәргә кәңәшем шул: сәфәр мәлендә өлкәндәргә ярҙам итеү ниәте менән сыҡһындар ине. Шуны алдан белергә кәрәк: юлда битарафтар ғына түгел, ә ямандар ҙа осрай. Тимәк, үҙең белгән кешене юлдаш итеү хәйерле. Ғабдулла Туҡай әйткәнсә:
Илаһым, мин юлға сыҡһам,
Ямандарға юлыҡтырма.
Ғәзиз йәнемде алғанда,
Иманымды онотторма.
Ҡабатлап әйтәм: әҙәм балаһы хажға һәр яҡлап ныҡлы әҙерлек менән барырға тейеш. Был ғибәҙәттең урында үҙ ҡағиҙәләре лә барлығын иҫтән сығарырға ярамай. Мәҫәлән, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош юлын, башҡа пәйғәмбәрҙәр хаҡындағы ҡиссаларҙы, дин, хаж тарихын төплө белергә кәрәк.
Изге сәфәргә юлланырға ниәт иткәндәргә мәсеттә төрлө ҡағиҙәләрҙе өйрәтеп ебәрһендәр ине. Беҙ, мәҫәлән, 2008 йылда хажға бер ни белмәй юлландыҡ. Уҡырға кәрәк яҙмалар эҙләгәйнек тә, табып булманы. “Хаж ҡылыу тәртибе” тигән китапты самолетта ғына бирҙеләр. Уны юлда ла, барып еткәс тә уҡырға хәл булманы. Тәүҙә арытты, аҙаҡ ваҡыт тығыҙлығы мөмкинлек бирмәне. Һөҙөмтәлә китапты өйгә ҡайтҡас ҡына уҡыным. Баҡтиһәң, хаждың ҡайһы бер ҡағиҙәләрен дөрөҫ үтәмәгәнбеҙ, бәғзе доғаларҙы кәрәкле мәлендә уҡымағанбыҙ... Ярай әле, әсәйемдең бала сағымда дин, пәйғәмбәрҙәр хаҡында һөйләгәндәре хәтеремә тәрән һеңеп ҡалған. Аҙаҡ үҙем дә Ислам тарихын китаптар аша өйрәнгәйнем.
Беҙҙең менән барғандарҙың күбеһенең белеме тар ине. Ошо сәбәпле күптәр хажды мистика менән бутай. Ә мосолман изге урынға Аллаһ менән яҡындан “һөйләшергә”, Уға тәҡбир әй-тергә, гонаһтарын ярлыҡауын һорарға, ниҙер хаҡында ялбарырға бара. Һәр ҡәрҙәшебеҙҙең ошо изге мөрәжәғәттәре ҡабул булһын, иншаллаһ.
Хаж ҡылыуҙың төп маҡсатын аңламау сәбәпле, ҡайһы берәүҙәр ҡәҙерле минуттарын Аллаһҡа табынып үткәреү урынына юҡ-бар менән була, урам, магазин буйлап йөрөүгә күп ваҡытын бүлә, шауларға ла тартынмай. Изге ерҙә тәртипкә ҙур иғтибар талап ителә.
Хажға тәү тапҡыр барырға йыйынған мосолман ҡәрҙәштәр төрлө дини ғилем сығанаҡтарын (улар хәҙер ифрат күп) табып өйрәнһен, кәрәкле доғаларҙы ятлаһын ине. Үҙең менән ниҙәр алып барыу зарурлығы хаҡында ойоштороусылар әйтер. Ләкин уларҙың хаж тәртибен өйрәтеренә өмөтләнмәгеҙ, барыһын да үҙегеҙ белеп барһағыҙ, сәфәрегеҙ бәрәкәтле булыр.
(Аҙағы бар).